Башҡортостанда “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале башлана

Башҡортостанда “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале башлана https://bash.news/news/109355_bashortostanda_ee_salyuty_respublika_xaly_izhady_festivale_bashlana
07 ноя, 15:05

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.

Башҡортостанда “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале башлана

Фестиваль сиктәрендә бөгөн баш ҡаланың Еңеү паркында “Еңеү” марафоны старт алды. “Тәүге этап район һәм ҡалаларҙа концерт, театрлаштырылған тамаша, тематик кисә, халыҡ байрамдары формаһында үткәрелә. Артабан еңеүселәр үҙ районы йә ҡалаһы исеменән зона кимәлендә сығыш яһай һәм комиссия тәҡдиме менән “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша”, - ти республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова.

Башҡортостанда “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале башлана

Фестиваль 2020 йылдың майына тиклем дауам итә. Ул республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә ойошторола

Юлдаш
Новости партнеров