“Я люблю. Яратам”

“Я люблю. Яратам” https://bash.news/news/109356_ya_lyublyu_yaratam
07 ноя, 15:10

Ошондай исем аҫтында бөгөн Мәскәүҙә Альбина Исхаҡованың башҡорт селтәрҙәре күргәҙмәһе асылды.

“Я люблю. Яратам”

Унда ҙур коллекция тупланған. “Боронғолары ла, үҙ ҡулдары менән сигелгәндәре лә бар”, - ти автор.

“Я люблю. Яратам”

Альбина Исхакованы башҡорт селтәрен тергеҙеүселәрҙең береһе тип атайҙар. Милли биҙәүестәр һәр саҡ уның иғтибар үҙәгендә. Тантаналы байрамдарға һәр саҡ селтәрҙә йөрөй, мәҙәниәт һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныуҙы милли биҙәүестәр аша ла арттырып була, тигән фекерҙә ул.

“Я люблю. Яратам”

Милли биҙәүестәр күргәҙмәһе 22 ноябргә тиклем Мәскәү Милләттәр йортонда эшләй.

Юлдаш
Новости партнеров