Өфөлә крандан һыуҙы борсолмай эсергә мөмкин

Өфөлә крандан һыуҙы борсолмай эсергә мөмкин https://bash.news/news/109386_fl_krandan_yuy_borsolmaj_eserg_mmkin
07 ноя 2019, 22:05

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфөлә крандан аҡҡан һыуҙы борсолмай эсергә мөмкин, тип белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, баш ҡалала эсәр һыуҙың сифаты даими күҙәтеүҙә тотола.

«Өфөводоканал» предприятиеһында һыу физик алымдар – фильтрҙар, лампалар һәм реагенттар ярҙамында таҙартыла. Реагент ролендә хәҙер шартлау хәүефе янаған хлор урынына тәбиғи тоҙ ҡулланыла. Һыуҙағы бәләкәй үлсәмле матдәләрҙе юҡ итеү өсөн бында 1400 тонна алюминий сульфаты һатып алынған, был ике йылға етә", тигән республика етәксеһе.

Радий Хәбиров шулай уҡ һыу сифатының көн һайын 150 күрһәткескә, шул иҫәптән фенолға һәм һаулыҡ өсөн зарарлы башҡа матдәләргә тикшереү үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Һуңғы йылдарҙа зарарлы матдәләр күҙәтелмәй һәм уларҙың артыуы көтөлмәй, тип яҙған төбәк етәксеһе.

Өфөлә крандан һыуҙы борсолмай эсергә мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA