Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары баш ҡала автобустарын тикшерҙе

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары баш ҡала автобустарын тикшерҙе https://bash.news/news/109389_yulpatrul_xemte_inspektorary_bash_ala_avtobustaryn_tikshere
07 ноя 2019, 22:19

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары баш ҡала урамдарына сираттағы рейдҡа сыҡты. Был юлы хоҡуҡ һаҡсылары маршрут автобустары менән идара итеүселәрҙең законды теүәл үтеүен тикшерҙе. Рейд барышында ҡайһы бер водителдәрҙең ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоуы асыҡланды. Шуларҙың береһенә протокол төҙөлгән арала салондағы пассажирҙар бикле ултырырға мәжбүр булды. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов дауам итә.

Өфөнөң Октябрь проспектында инспекторҙар иғтибарын 25-се маршруттағы ПАЗ автобусы йәлеп итте. Уның водителе ҡағиҙәләр менән иҫәпләшмәй, руль артында телефон менән һөйләшә. Пассажирҙар ташыусы тәүҙә полиция хеҙмәткәрҙәренә бойһонорға ашыҡманы. Шулай ҙа ул бер нисә тапҡыр иҫкәртелгән һуң юл ситенә барып туҡтаны. Хәҙер уға закон буйынса мең ярым һум күләмендә штраф янай.

Күп тә үтмәй инспекторҙар «Өфө» универмагына яҡынлашҡан икенсе автобусты туҡтатты. Был юлы водитель боролған ваҡытта яҡтыртыу ҡоролмаһын ҡабыҙып тороуҙы кәрәк тип тапманы. Автобустан төшөү менән Урта Азиянан килгән ир юл ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт теүәл үтәргә тырышыуы менән аҡланырға маташты. Әммә камералағы яҙманы күреү менән уға инспекторҙар менән ризалашырға тура килде.

Әйткәндәй, инспекторҙар протокол төҙөгән арала водитель автобусының ишеген бикләп тотто. Күрәһең, ул пассажирҙарҙың икенсе йәмәғәт автобустарына күсеп ултырыуҙарынан ҡурҡҡан.

Йыл башынан Өфөлә автобустар ҡатнашлығында 94 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 163 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Һуңғы авария октябрь аҙағында шул уҡ Октябрь проспектында булды. Ҡабырғаһына ҡолаған автобустан пассажирҙарҙы сығырыу өсөн ҡыйыҡтағы люкты асырға тура килгән. Ике кешегә медицина ярҙамы талап ителгән.

Баш ҡала урамдарында йәмәғәт автобустарына ҡаршы рейдтар артабан да ойоштороласаҡ. Сөнки хоҡуҡ һаҡсыларының төп маҡсаты, пассажирҙар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Ә инде рейд барышында һалынған штрафтар водителдәргә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һабаҡ булып торасаҡ.

Автор: И.Байбулатов.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары баш ҡала автобустарын тикшерҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA