Тәтешле районында янғын фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә

Тәтешле районында янғын фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә https://bash.news/news/109391_tteshle_rajonynda_yanyn_fazhiend_lk_bulandary_tuandary_yaram_orap_mrzht_it
07 ноя 2019, 22:19

Башҡортостанда 5 ноябрь таңға ҡарай сыҡҡан янғында ике балаһы менән йәш әсә һәләк булған Ҡадировтар ғаиләһенә ярҙам ойоштороу иғлан ителде. Әлеге ваҡытта янғында иҫән ҡалған ғаилә башлығы Илшат менән 5 йәшлек ҡыҙҙары Алиса Өфөнөң тән бешеүен дауалау үҙәгенә урынлаштырылған.

Баланың хәле яҡшы, атай кеше реанимацияла, табиптар уның хәленә бәйле бер ниндәй ҙә фараз бирмәй. Ғаиләгә ярҙам итеү тураһында мөрәжәғәт Тәтешле районы хакимиәте сайтында урынлаштырылған. Ошонда уҡ аҡса күсерелергә тейешле банк реквизиттары ла ҡуйылған. Йәшәүгә бер сараһыҙ тороп ҡалған Ҡадировтарға ярҙам итергә теләүселәр аҡсаны экрандағы иҫәп буйынса күсерә ала.

Тәтешле районында янғын фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров