«Тиҙ ярҙам» машиналарындағы заманса планшеттар кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә

«Тиҙ ярҙам» машиналарындағы заманса планшеттар кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә https://bash.news/news/109392_ti_yaram_mashinalarynday_zamansa_planshettar_keshe_meren_otaryra_yaram_it
07 ноя 2019, 22:20

Заман талабы берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә уңышлы индерелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ашығыс ярҙам бригадалары өсөн 345 планшет алыуға заказ биргән. Уның ярҙамында пациентҡа барып еткәнсе махсус программа аша ауырыуҙың медицина картаһын өйрәнеү мөмкинлеге бирәсәк. Йыл аҙағына тиклем республиканың барлыҡ ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре планшет менән йыһазландырыласаҡ. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Табипты саҡырыу тарихы һәм ауырыуҙың мәғлүмәте фельдшер Илмира Әбүбәкированың планшетына килә. Хәбәрҙе алғандан һуң, ашығыс ярҙам бригадаһы адрес буйынса юллана. Барып еткәнсе табип пациенттың медицина картаһын, ауырыуҙар тарихын ҡарай. Шулай уҡ, һәр планшетта пациенттың өйөнә тиклем ҡыҫҡа юл күрһәтелә.

Пациенттарҙың мөрәжәғәте 03 номерына килә, унан подстанцияларға ебәрелә. Ауырыуҙың барлыҡ мәғлүмәтен диспетчер компьютерға теркәй, мәғлүмәт артабан медиктарҙың планшетына китә. Махсус программала мөрәжәғәттең ваҡыты, пациенттың адресы, исем-шәрифе, ауырыу билдәләре яҙыла.

Онлайн режимда фельдшерҙар ауырыуҙың беренсел медицина документтарын тултыра ала. Шулай уҡ ҡаты сирлене дауаханаға алып барып еткергәнсе, ундағы табиптарға мәғлүмәттәр ебәреп иҫкәртеү мөмкинлеге бар. Улар үҙ сиратында пациентты ҡабул итергә әҙер буласаҡ. Медиктар билдәләүенсә, заманса технологиялар ашығыс шарттарҙа ваҡытты экономиларға ярҙам итә.

Башҡортостанда махсус планшеттар июлдән алып ҡулланыуға индерелә башланы. Йыл аҙағына тиклем «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы ашығыс ярҙам бригадалары 345 заман гаджетын аласаҡ.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

«Тиҙ ярҙам» машиналарындағы заманса планшеттар кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров