Яңауыл районының Шудек ауылы сәскә атасаҡ!

Яңауыл районының Шудек ауылы сәскә атасаҡ! https://bash.news/news/109393_yaauyl_rajonyny_shudek_auyly_ssk_atasa
07 ноя 2019, 22:21

Томбойоҡло биҫтә. Яңауыл районында ауылдарҙың тотороҡло социаль үҫеш программаһы сиктәрендә комлекслы төҙөлөш проекты ғәмәлгә ашырыла. Шудек ауылында балалар баҡсаһы, юл, газ һәм электр үткәргес төҙөлә. Эш барышы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

60 урынлыҡ балалар баҡсаһы. Йәй уртаһында башланған төҙөлөш йылдам бара. Мәктәпкәсә учреждение «Италмас» тип аталған яңы биҫтәлә төҙөлә.

Шудек ауылында белем усағы бар, ә балалар баҡсаһына урындарға сират күҙәтелгән. Италмас биҫтәһендә йорт һалыусылар араһында ишле ғаиләләр күп. Комплекслы төҙөлөш барышында биҫтә социаль инфраструктуранан тыш газ, һыу, электр һәм юл селтәренә тоташтырыла. Халыҡтың көндәлек мәсьәләләре бер юлы хәл ителә.

Биҫтәлә хатта ял паркы төҙөү ҙә ҡарала. Проект ауыл еренең тотороҡло үҫеше федераль программаһы нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.

Италмас удмурт теленән томбойоҡ тип тәржемә ителә. Төҙөүселәр әйтеүенсә, йыл ярымдан был биҫтә ысын мәғәнәһендә сәскә атасаҡ һәм халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары барлыҡҡа киләсәк.

Автор: Рәфиҡ Әхмәтшин.

Яңауыл районының Шудек ауылы сәскә атасаҡ!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA