Иҡтисад киләсәге кешелек капиталында

Иҡтисад киләсәге кешелек капиталында https://bash.news/news/109394_itisad_kilsge_keshelek_kapitalynda
07 ноя 2019, 22:22

Тап хеҙмәт көсө, кеше потенциалы ныҡлы дәүләттең нигеҙе. Әммә ул яңыса алымдар, заманса ҡараш һәм үҙгәртеп ҡороуҙарҙы талап итә.

Сөнки сәләмәт, рухи йәһәттән ныҡлы йәмғиәт кенә ҡеүәтле иҡтисад төҙөү һәләтенә эйә. Бөгөн республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары белгестәре ошо мәсьәләгә фекер алышты. Өфөлә «Сәләмәтлек иҡтисады үҫешенең төбәк перспективаһы» тип исемләнгән беренсе бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Унда илдең төрлө төбәктәренән ғалимдар ҡатнашты.

Улар йәмғиәт сәләмәтлеге ил үҫешенә ни тиклем йоғонто яһай, халыҡтың кәмеүе иҡтисадта ниндәй сағылыш аласаҡ тигән темаларға эҙләнеүҙәр алып барып мәсьәләне хәл итеү юлдарын барлай. Сөнки киләсәктә ставка тап кешелек капиталына ҡуйыла. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы арала балалар үлеме һәм инвалидтар һаны арта. Был һис шикһеҙ дәүләт иҡтисадына кире йоғонто яһай.

Бер яҡтан хеҙмәт көсө кәмеһә, икенсенән, ауырыуҙарҙы хәстәрләр өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. Проблеманы хәл итеү өсөн халыҡтың дөйөм сәләмәтлегенә, балалар, үҫмерҙәр һаулығына иғтибарҙы көсәйтеү мөһим , ти ғалимдар.

Автор: Айнур Кәбиров.

Иҡтисад киләсәге кешелек капиталында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA