Туймазынан ун ике йәшлек Реналь Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге асҡан

Туймазынан ун ике йәшлек Реналь Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге асҡан https://bash.news/news/109395_tujmazynan_un_ike_jshlek_renal_xbirov_mmkinlektre_siklngn_balalar_sn_esh_ge_asan
07 ноя 2019, 22:23

Уйнап өйрәнәм. Тап ошо исем аҫтында Туймазы ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге асылды.

Уҡытыу процессын ҡаланың 7-се мәктәбе уҡыусыһы Реналь Хәбиров ойошторған. Үҫмер әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара, балаларға юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса проекттар ҙа тормошҡа ашырған.

Интеллектуаль уйындар аша балаларҙың аң-зиһенен, телмәрен үҫтерергә мөмкин. Ун ике йәшлек Реналь Хәбиров үҙенең иңенә яуаплы бурыс алып, Туймазы ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға үҫеш үҙәге ойоштора. Тәүге дәрес танышыу форматында үтә. Киләһе осрашыуҙарҙа кескәйҙәр менән логопед-психологтар ҙа әңгәмә ҡорасаҡ.

Реналь Хәбиров, «Уйнап өйрәнәм» мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы үҫтереү үҙәген ойоштороусы: “Уҡытыу үҙәге ойоштороу идеяһы ике ай элек барлыҡҡа килде. Тәҡдимемде район хакимиәтендә хуплап ҡабул иттеләр. Дәрестәр уҙғарыу өсөн бина ла бүленде, үҫтереүсе уйынсыҡтар һатып алынды. Минән башҡа бында балалар менән тағы ла дүрт педагог шөғөлләнәсәк”.

Үҙәктә балаларҙың ижади һәләттәрен асыуға баҫым яһала. Балалар уйынсыҡ ракеталар ҡорорға, һүрәт төшөрөргә, балсыҡтан көршәк яһарға, йырларға өйрәнә. Проект сиктәрендә билдәле кешеләр менән осрашыуҙар ҙа ойошторола.

Фәриҙә Ғарифуллина: “Беҙҙе реабилитация үҙәге аша саҡырҙылар. Минең малайыма дүрт йәш. Беҙҙең өсөн бик тә яҡшы булыр бәләкәй моториканы үҫтереү”.

Ольга Тимофеева: “Йылы ҡаршы алдылар. Бала-саға күп. Аралашыу кәрәк балаларға. Реналдың күңеле ҙур, аҡыллы”.

Реналь Хәбиров үҙәк асыу тантанаһына балалар өсөн мауыҡтырғыс шоу-программа әҙерләй. Кескәйҙәр әкиәт донъяһына сума, төрлө фокустар шаһиты була. Аниматор уйын офрматында төрлө химик реакциялар менән дә таныштыра.

Лиана Катаева: “Ныҡ оҡшаны, бында күп уйындар, балалар менән уйнанылар, һөйләштеләр. Аҙнаһына ике тапҡыр килергә”.

«Уйнап өйрәнәм» уҡытыу үҙәгенә ун биш бала йөрөйәсәк. Төркөм бөгөндән үк тулған. Реналь Хәбиров дәрестәр уҙғарыу менән бер рәттән ҡалала әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара. Әйтәйек, ҡалала яҡтыртыусы элементтарҙы пропагандалаусы алтаҡталар ҡуйыуға үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса башҡа проекттары ла бар.

Реналь Хәбиров: “Киләһе йыл ҡаланың үҙәк паркында автоҡаласыҡ, юлдың бәләкәй күсермәһе барлыҡҡа киләсәк. Унда светофор, юл билдәләре, шлагбаум ҡуйыласаҡ. Балаларға велосипедта йөрөп ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү еңелерәк булыр тип уйлайым. Был проект район хакимиәте, республика хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла”.

Киләсәктә сәйәсмән булырға теләгән үҫмер бөгөндән үк маҡсаттарына ирешеүсән һәм аралашыуҙа ла итәғәтле. Фән менән ҡыҙыҡһына, ғилми конференцияларҙа ҡатнаша. Башҡортостан башлығы стипендиаты. Туймазыла волонтерлыҡ менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Туймазынан ун ике йәшлек Реналь Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге асҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA