«Билдәле кешеләр – балаларға» проекты 25 һәләтле балаға ярҙам күрһәтәсәк

«Билдәле кешеләр – балаларға» проекты 25 һәләтле балаға ярҙам күрһәтәсәк https://bash.news/news/109396_bildle_keshelr_balalara_proekty_25_ltle_balaa_yaram_krtsk
07 ноя 2019, 22:24

«Исемһеҙ йондоҙҙоң» – исемле йондоҙҙары. Баш ҡаланың уңышлы эшҡыуарҙары, предприятие етәкселәре, топ менеджерҙары, ғөмүмән, билдәле кешеләре «Исемһеҙ йондоҙ» мюзиклын сәхнәләштерә. Бөтә Рәсәй буйынса уҙғарылған «Билдәле кешеләр – балаларға» тип аталған проектта Өфө дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша. Тамашанан алынған килем һәләтле балаларҙы үҫтереүгә һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йүнәлтеләсәк.

Тимер юлы вокзалы етәксеһе кейемендә республикала билдәле летчикты танымау мөмкин түгел. Сергей Миңлеғоловты хәрби формаға күнеккән һыны, пилоттарса һомғол кәүҙәһе күҙгә салынып тора. Ә бына уның сәхнәгә һөйөүен күптәр белмәй. Летчик хәҙер дүртенсе йыл рәттән «Билдәле кешеләр – балаларға» проекты спектаклдәрендә уйнай.

Сергей Миңлеғолов, «Первушино» аэродромы генераль директоры: “Осош бит ул һөнәр, ә сәхнәлә уйнай, һәр хәлдә минең өсөн хобби. Мин һауа һәм сәхнә араһында бик күп оҡшашлыҡтар табам. Беҙ бит йышыраҡ һауала тамашалар күрһәтәбеҙ, бында ла шулай уҡ. Контраст тойғоларҙан ҙур кинәнес алам”.

Банкир-кондуктор, эшҡыуар-гимназист, предприятие етәксеһе- иҙән һепереүсе, ә табип-һөйәркә. Михаил Себастьяндың әҫәре буйынса ҡуйылған «Исемһеҙ йондоҙ» мюзиклында төрлө һөнәр эйәләре ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе үҙ эшендә абруй, уңыш ҡаҙанған. Хәҙер улар үҙҙәрен бөтөнләй икенсе юҫыҡта һынап ҡарай. Хәйер, тырыш кеше һәр ерҙә уңышҡа өлгәшә. Актер оҫталығы ла һәүәҫкәр артистарға еңел бирелә, ти режиссер.

Александр Мальцев, режиссер: “Мин уларҙы артистар тип йөрөтәм. Бизнесмендар түгел. Сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре сәхнәгә тәүгә сыҡмай. Улар репетицияларға ҙур теләк менән йөрөй. Бейеү, йыр, сәхнә оҫталығына өйрәнә. Улар ҙа, мин дә ҙур ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ”.

Мюзикл хәйриә акцияһы. Бындай саралар илдең күп кенә ҡалаларында ойошторола. Федераль проектта республика дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша. Билет һатыуҙан алынған килем тиненә тиклем аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән һәләтле балаларға ярҙамға йүнәлтелә.

Елена Козина, «Билдәле кешеләр балаларға» проекты ойоштороусыһы: “Быйыл беҙ кәм тигәндә 25 һәләтле балаға ярҙам күрһәтергә иҫәп тотабыҙ. Тәбиғәттән иҫ киткес һәләт бирелеп тә уны үҫтереү мөмкинлеге булған балалар бик күп. Шуға ла беҙ йыйылған аҡсаларға музыка ҡоралдары, спорт инвентарҙәре һатып алып тапшырабыҙ. 2010 йылдан алып меңдән ашыу балаға үҙ юлын табырға, һәләтен үҫтереүгә ярҙам иттек”.

Хәйриә спектакле 25 ноябрь «Торатау» конгресс-холында үтә. Билет хаҡы 1 мең һумдан алып ете меңгәсә. Был тамаша ниндәйҙер һәләтле баланың билдәле йондоҙ булып китеүенә, мюзикл сюжетыдағы шикелле бер кешенең дә тәүлек эсендә генә кемдеңдер яҙмышын яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуына ышаныс уята.

Автор: А.Кәбиров.

«Билдәле кешеләр – балаларға» проекты 25 һәләтле балаға ярҙам күрһәтәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA