Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Еңеү» марафоны старт алды

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Еңеү» марафоны старт алды https://bash.news/news/109397_fl_bjk_eee_75_jyllyyn_bajram_ite_siktrend_ee_marafony_start_aldy
07 ноя 2019, 22:25

«Еңеү салюты» халыҡ ижады фестиваленә бәйле 2019 йылдың ноябренән 2020 йылдың майына тиклем үткәрелгән мәҙәни-патриотик сара зоналарға бүлеп ойошторола. «Еңеү» марафонының Рәсәй хәрби даны көнөндә башланыуы ла оло мәғәнәгә эйә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышы тарихы, беҙгә азатлыҡ һәм тыныслыҡ яулаған ҡаһаман яугирҙар батырлығы мәңге хәтерҙә.Тап бөгөн 7 ноябрҙә, 1941 йылда Ҡыҙыл майҙанда илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен күрһәткән, Мәскәү дошманға бер ҡасан да бирелмәйәсәк, тигән парад ойошторола. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған марафонға бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында, Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле алдында старт бирелде.

«Еңеү» марафоны штандартын һәм капсулаһын тапшырыу тантанаһы алдынан мәктәп уҡыусылары, йәш гвардиясылар, хәрбиҙәр һәм әүҙем йәмәғәтселәр Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскәләр һалды. «Еңеү» республика фестиваль-марафоны барлыҡ муниципалитеттарҙы һәм ҡалаларҙы үҙенә алып, 10 зонаға бүлеп үткәреләсәк.

Гемир нуретдинов, Борай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Бөгөн беҙ республика марафонын беренселәрҙән булып Еңеү штандартын ҡабул иттек. 15-16 ноябрҙә Республиканың төньяҡ зонаһы райондары өсөн фестиваль-марафон үтәсәк. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт усаҡтары был сараға әҙерлек эштәре алып бара”.

Тигеҙ сафтарҙа атлаған йәштәребеҙгә лә бөгөн ата - бабаларыбыҙ үткән шанлы юл ҡыҙыҡлы. Бер-бер артлы телмәр тотҡан ветерандар, хәрбиҙәр йәштәребеҙҙе лайыҡлы йәшәргә, тыуған илдең патриоттары булырға өндәне. Сараға килгән ҡыҙҙар-егеттәр был сығыштарҙы тыңлап, фәһем алды. Тере тарих менән осрашҡандай булды.

Виктория Шәһмәҙуллина: “Бындай саралар беҙгә ирек һәм азатлыҡ яулаған яҡындарыбыҙҙы хәтерләргә һәм онотмаҫҡа ярҙам итә”.

2020 йыл Башҡортостанда хәтер һәм дан йылы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Еңеү" республика марафоны штандарты тантаналы шарттарҙа Борай районына тапшырылды. Бөгөнгө сараны ойоштороусылар йәштәрҙе әҡләҡи һәм патриотик рухта тарихи үткәндәр өлгөһөндә тәрбиәүәләү маҡсатын ҡуя.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Еңеү» марафоны старт алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров