“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа – сертификат

“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа – сертификат https://bash.news/news/109433_zgr_yayulya_sertifikat
08 ноя 2019, 13:38

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла башланы. Был ярҙам менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр файҙалана ала.

“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа – сертификат
“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа – сертификат

Сертификаттар 60 һәм 100 мең һумлыҡ ике номиналда бирелә. Документты юллау өсөн күп функциялы үҙәктәргә 11 ноябрҙән мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA