Башҡортостанда Апимондия инспекция төркөмө вәкилдәре булды

Башҡортостанда Апимондия инспекция төркөмө вәкилдәре булды https://bash.news/news/109442_bashortostanda_apimondiya_inspekciya_trkm_vkildre_buldy
08 ноя 2019, 15:56

Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов умартасыларҙың халыҡ-ара 47-се Конгресына әҙерлек штабы етәксеһе Унал Билгин һәм Бурак Каптан менән осрашты. Осрашыуҙа 2021 йылда беҙҙең республикала үтәсәк Апимондия конгресына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостанда Апимондия инспекция төркөмө вәкилдәре булды
Башҡортостанда Апимондия инспекция төркөмө вәкилдәре булды

Конгресс-Холл алдындағы биләмәлә АпиЭкспо күргәҙмәһе өсөн майҙансыҡтар урынлаштырыу, Башҡортостанды Апимондия урыны булараҡ донъяла танытыу өсөн төрлө саралар ойоштороу, форумдың ғилми программаһын төҙөү, конгресҡа волонтерҙар әҙерләү кеүек һорауҙар буйынса фекер алышыу булды.

Юлдаш
Новости партнеров