Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин вафат булды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин вафат булды https://bash.news/news/109453_bashortostandy_xaly_yayusyy_talxa_initullin_vafat_buldy
08 ноя, 15:32

Уға 94 йәш ине. Талха Ғиниәтуллин 1925 йылда Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. 1955 йылда Мәскәүҙә төпләнә, ғүмерен шунда үткәрә. Үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған. Яҙыусы Әмир Әминев әйтеүенсә, әҙиптең әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин вафат булды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин вафат булды

Талха Ғиниәтуллин һуңғы ваҡытта Учалы ҡалаһында йәшәй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы районының почетлы гражданы.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA