Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тантаналы йыйылыш үтте

Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тантаналы йыйылыш үтте https://bash.news/news/109471_fl_eske_eshtr_organdary_xemtkrre_kn_aldynan_tantanaly_jyjylysh_tte
08 ноя 2019, 22:43

Эске эштәр министрлығының шәхси составы үҙенең һөнәри байрамын граждандарҙың тыныс тормошон һәм ижади хеҙмәтен ышаныслы һаҡлап эш урынында ҡаршы ала. Полиция хеҙмәткәрҙәре дәүләтте һәм йәмғиәтте енәйәти ҡул һуҙыуҙарҙан яҡлау буйынса көндәлек бурыстарҙы уңышлы хәл итә.

Быйыл республикала 24 меңдән ашыу енәйәт асыҡланған. Уларҙың байтағы кеше үлтереү, сәләмәтлеккә зыян килтереү, көсләү-талауҙар, автомобиль ҡыуып алып китеүҙәр, мутлашыуҙарға ҡағыла. Һуңғы биш йылда республика властары тарафынан эске эштәр бүлектәрен техник йыһазландырыуға һәм уларҙың матди техник базаһын нығытыуға бюджеттан 763 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Тантаналы йыйылышта бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Учалынан Рәфис Нурмөхәмәтовтың да исеме бар ине. Полиция майоры быйыл ғинуарҙа үтә хәүефле енәйәтсе ҡулынан атып үлтерелде.

Рәсәй Президенты указы менән хоҡуҡ һаҡсыһы үлгәндән һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнде. Дәүләт наградаһы хеҙмәткәрҙең ҡыҙына тапшырылды. Байрам тантанаһында шулай уҡ башҡа наградалар ҙа үҙ хужаларын тапты.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тантаналы йыйылыш үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA