Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының сираттан тыш 9-сы съезы үтте

Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының сираттан тыш 9-сы съезы үтте https://bash.news/news/109472_bgn_fl_bashortostandy_municipal_bermektr_sovety_associaciyayny_sirattan_tysh_9sy_sezy_tte/?lang=bash
08 ноя 2019, 23:41

Бер тауыштан. Йыйылышта төбәктең ауыл һәм ҡала советы башлыҡтары ҡатнашты. «Республиканың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы «Үҙидаралыҡ үҫеше милли ассоциацияһына» инде.

Был яңылыҡ ауыл советтары өсөн яңы мөмкинлектәр аса, берҙәм система булдырырға ярҙам итә. Ойошманың рәйесе Юрий Коземаслов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта республикала 58 төбәк проект эшләп килә. Уларҙың дөйөм бюджеты 177 миллион һум тәшкил итә. Киләсәктә Үҙидаралыҡ үҫеше милли ассоциацияһы ауыл ерен үҫтереү проекттарында ҡатнашырға булышлыҡ итәсәк.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры: “Мәсьәләләрҙе һәм уларҙың хәл итеү юлын бергә йыйылып ҡына һөйләшә алабыҙ. Әлеге ваҡытта Ауыл инициативаларын хуплау, төрлө проекттар эшләп килә. Әлбиттә, уларҙың төп ойоштороусылары булып урындағы идаралыҡ тора”.

Съезд барышында ауыл советтары эшенә юғары баһа бирелде. «Иң яҡшы муниципалитет тәжрибәһе» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе Стәрлетамаҡ ҡалаһы округы, Йылайыр районының Йылайыр ауыл советы муниципалитеты билдәләнде. «Матур ауыл – 2019» конкурсында еңеп сыҡҡан Учалы районының Наурыҙ ауылы иғтибар үҙәгендә булды. Шулай уҡ, оҙаҡ йылдар ауыл советында эшләгәндәр маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының сираттан тыш 9-сы съезы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста