Йәшәү өсөн тәғәйенләнгән фатирҙарҙа хостелдар тыйыла

Йәшәү өсөн тәғәйенләнгән фатирҙарҙа хостелдар тыйыла https://bash.news/news/109473_jsh_sn_tjenlngn_fatirara_xosteldar_tyjyla

Рәсәй «Торлаҡ кодексы»на төҙәтмәләр индерелде, уға ярашлы, 1 октябрҙән күп фатирлы йорттарҙа ҡунаҡхана хеҙмәттәрен күрһәтеүҙә үҙгәрештәр ҡаралған.

Беренсе ҡатта урынлашҡан һәм айырым инеү урыны булған, йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналарҙа ғына хостелдар һәм бәләкәй ҡунаҡханалар тотоуҙы дауам итергә мөмкин. Шулай уҡ ваҡытлыса йәшәп тороу урындарында тауыш изоляцияһы, янғындан һаҡлау системаһы, сигнализация булыуы мотлаҡ.

«Халыҡ контроле» проекты активистары Өфө хостелдары буйлап рейд ойошторҙо. Талаптар үтәләме, юҡмы? Ниндәй тәртип боҙоу осраҡтары асыҡланды? Тулыраҡ киләһе сығарылышта.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Йәшәү өсөн тәғәйенләнгән фатирҙарҙа хостелдар тыйыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров