Яңауылда тимер юлы аша һалынған күпер яңыртыла

Яңауылда тимер юлы аша һалынған күпер яңыртыла https://bash.news/news/109474_yaauylda_timer_yuly_asha_alynan_kper_yayrtyla/?lang=bash
08 ноя 2019, 23:43

Ҡала баҙары менән шыршы майҙанын тоташтырған йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа киләсәк. Проект бәләкәй ҡалалар һәм тарихи урындар конкурсында ҡатнаша. Яңауылды яңыртыу проекттары буйынса ҡалала асыҡ семинар ҙа үтте. Унда мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған һәр кем үҙ тәҡдимен индерҙе.

Яңауылдың төньяғы менән көньяғын тимер юл бүлә. Уның аша үтеү өсөн йәйәүлеләр күпере һалынған. Уҙған быуатта төҙөлгән ҡоролма заман талаптарына яуап бирмәй. Ҡыш баҫҡыстарға йыш ҡына боҙ туңа, үткәүел хәүеф сығанағына әйләнә. Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи урындар конкурсына әҙерлек барышында күперҙе яңыртыу проекты әҙерләнде. Ул раҫланған осраҡта тимер юл аша йәйәүлеләр үткәүеле танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.

Ҡаланың төп сауҙа майҙандарының береһе, үҙәк баҙар ҙа яңырыу кисерәсәк. Уны берҙәм стилдә төҙөкләндереү мөмкинлеге ҡарала. Эшҡыуарҙарҙан тыш баҙарҙа баҡсасылар һәм оло йәштәгеләр өсөн дә һатыу итеү форсаты буласаҡ.

Надежда Снегирева, «8 төркөмө» проектлау командаһы партнеры: “Бында тәү сиратта машиналар менән йәйәүлеләрҙең хәрәкәтен айырырға кәрәк. Баҙар эргәһендәге барлыҡ йорттар, ҡапҡаларҙы берҙәм стилдә төҙөкләндереү мөһим тип уйлайым”.

Үҙәк баҙар менән ҡаланың шыршы майҙанын тоташтырыу ҙа ҡарала. Проект ғәмәлгә ашырылғандан һуң ҡала төҙөк һәм бөхтә, йәшәү өсөн уңайлы булырға тейеш тигән фекерҙә проектлау төркөмө ағзалары.

Ольга Сарапулова, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе: “Маҡсатыбыҙ вокзал алдын, тимер юлы аша йәйәүлеләр күперен, үҙәк баҙар һәм ҡаланың шыршы майҙанын бер проект итеп башҡарып сығыу. Уны беҙ бәләкәй ҡалалар һәм тарихи урындар конкурсына әҙерләйбеҙ”.

Яңауылдың үҙенсәлеген, тарихын сағылдырған йәмәғәт биләмәләре барлыҡҡа килеүе халыҡтың кәйефен, тимәк, дөйөм йәшәү кимәлен күтәреүгә лә булышлыҡ итәсәк тип иҫәпләй проект авторҙары. Ҡала ландшафындағы барлыҡ үҙгәрештәр йәмәғәтселек менән килешеп башҡарыла. Шуға ла проект буйынса фекер алышыуға хакимиәт белгестәре, архитекторҙар һәм төҙөлөш ойошмалары вәкилдәре генә түгел, ә тәү сиратта ябай халыҡ һәм эшҡыуарҙар саҡырылды.

Осрашыу барышында улар үҙ тәҡдим-фекерҙәрен еткерҙе. Конкурста Яңауылдан тыш Башҡортостандың тағы ла 20 ҡалаһы ҡатнаша. Дәртләндереү сараһы ла яҡшы. Тәҡдим ителгән проект федераль конкурста еңеп сыҡҡан осраҡта уны ғәмәлгә ашырыуға ил ҡаҙнаһынан аҡса бүленә.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Яңауылда тимер юлы аша һалынған күпер яңыртыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста