Республика йәмәғәт ойошмалары Донбасс балаларына Яңы йыл бүләге эшләйәсәк

Республика йәмәғәт ойошмалары Донбасс балаларына Яңы йыл бүләге эшләйәсәк https://bash.news/news/109475_respublika_jmt_ojoshmalary_donbass_balalaryna_yay_jyl_blge_eshljsk/?lang=bash
08 ноя 2019, 23:44

Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфөнөң Киров районы һуғыш, хәрби бәрелештәр һәм хеҙмәт ветерандары советы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән берлектә хәйриә акцияһы уҙғарыу тураһында иғлан итте.

Уның маҡсаты ҡораллы низағ дауам иткән төбәктә йәшәүсе кескәйҙәргә гуманитар ярҙам туплау. Мәктәп уҡыусылары өсөн кәнсә тауарҙары, спорт кәрәк-яраҡтары, яһалма шыршылар, балаларға Яңы йыл бүләктәре һәм аҡсалата ярҙам ҡабул ителә. Донбасҡа гуманитар ылау 15 декарҙә ҡуҙғала. 2015 йылдан алып республиканан 90 тонна ярҙам оҙатылған.

Республика йәмәғәт ойошмалары Донбасс балаларына Яңы йыл бүләге эшләйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста