Баш ҡала халҡына йәшелсә, бал, республикала етештерелгән башҡа аҙыҡ төрҙәре тәҡдим ителәсәк. 9 ноябрҙә йәрминкәләр Өфөнөң Киров, Ленин һәм Орджоникидзе райондары майҙандарында, 10-да Киров районында үтә.
Өфөлә 2,3,4 ноябрҙә уҙған йәрминкәләргә 7 мең 700 -ҙән ашыу кеше килгән булған. Баш ҡала халҡына 9 тонна бал, 79 тонна картуф һәм 75 тоннанан ашыу башҡа йәшелсә тәҡдим ителгән. Балдың бер килоһы 250 һумдан алып 650 һумға тиклем торған, картуф һәм кишерҙең килоһы 10-18, һуған 14-18, сөгөлдөр һәм кәбеҫтә 14-20 һумға һатылған.