Күренекле яҙыусы Талха Ғиниәтуллин баҡыйлыҡҡа күсте

Күренекле яҙыусы Талха Ғиниәтуллин баҡыйлыҡҡа күсте https://bash.news/news/109477_krenekle_yayusy_talxa_initullin_bayjlya_kste
08 ноя 2019, 23:45

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Учалы районының Почетлы гражданины, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусылар союзы ағзаһы Талха Ғиниәтуллин арабыҙҙан китте.

Талха Йомабай улы 1925 йылдың 20 апрелендә Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһындағы ФЗО-ла уҡый. Заводта эшләй. Ун етеһе тулыр-тулмаҫтан Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

Һуғыштың да иң ҡыҙыу нөктәһендә Кенигсбергта, Ленинграл өсөн ауыр алыштарҙа ҡатнаша, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта разведкала йөрөй. Батырлыҡтары өсөн 1-cе дәрәжә «Ватан һуғышы», 2-cе дәрәжә «Дан» ордендары , Кенигсбергты алған өсөн миҙалы менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң, М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем ала. Тәүге хикәйәләрен ХХ быуаттың 50-се йылдарында яҙа башлай. Тәүге әҫәре 1961 йылда «Дружба народов» журналында донъя күрә. Талха Йомабай улы рус телендә ижад итеүсе башҡорт яҙыусыһы. Уның әҫәрҙәрен Рәшит Солтангәрәев, Әмир Әминев башҡорт теленә тәржемә итә.

«Һөжүм»,«Таштар араһында», «Бригада бутҡаһы» әҫәрҙәре алғы һыҙыҡта һуғышҡан ябай һалдаттың уй-кисерештәрен тасуирлай. «Окоп дөрөҫлөгө»н яҙғаны өсөн уны идеологя өлкәһендәгеләр өнәп бөтмәй. Яҙыусы шулай уҡ йәмғиәттең кире күренештәрен: эскелекте, наркоманияны фашлап яҙа, йәштәрҙе тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә саҡыра.

Яҙыусы, һуғыш ветеранының әҫәрҙәре донъяның 20-нән ашыу теленә тәржемә ителгән. Китаптары Мәскәүҙә, Польшала, Францияла, Чехословакияла, Ҡытайҙа , Америкала ташҡа баҫтырылған. 94 йәштә булыуына ҡарамаҫтан рух ныҡлығы, йәшәү йәме ташламаны әҙипте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Учалы районының почетлы гражданины Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин менән хушлашыу 9 ноябрҙә, тыуған ауылы Ураҙҙа үтә. Яҙыусы тыуған ауылында ерләнә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Күренекле яҙыусы Талха Ғиниәтуллин баҡыйлыҡҡа күсте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров