Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды

Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды https://bash.news/news/109478_fl_bashortostandy_100_jyllyyna_arnalan_fotokrgm_asyldy
08 ноя 2019, 23:46

Күргәҙмәлә төбәктең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған фотоконкурс еңеүселәренең ижад емештәре урын алған. Конкурсҡа 500-ҙән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Йәмәғәтселәр һәм фоторәссамдарҙан торған жюри биш номинация буйынса уларҙың 13-енә юғары баһа биргән.

Бәйгелә ҡатнашыусылар Башҡортостандың хозур тәбиғәте, төбәктәрҙә йәшәүсе кешеләрҙе төшөргән. Фотолар профессиональ фотоаппаратҡа ла смартфонға ла төшөрөлгән, жюри билдәләүенсә, һәр кемдең эшендә ижади ҡараш, тыуған ергә һөйөү сағыла. Баш ҡалала еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров