Cиләбелә ретро клуб асылды

Cиләбелә ретро клуб асылды https://bash.news/news/109480_cilbel_retro_klub_asyldy/?lang=bash
08 ноя 2019, 23:47

Клубта 90-сы йылдар шауғымы хакимлыҡ итә. Ретро дискотекалар ойоштороласаҡ. Уны тантаналы асыуҙа өлкәлә йәшәүселәр һәм Башҡортостан ҡунаҡтары ҡатнашты.

Эшҡыуар Арсен Батыров башланғысы менән булдырылған проект Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сарала майҙансыҡты милли байрамдар үткәреү урыны итеп тә файҙаланыу тураһында әйтелде. Шулай уҡ киләсәктә биналағы аш бүлмәһендә милли ризыҡтар бешереү ҡарала.

Амур Хәбибуллин Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле: Башҡортостан вәкиллеге бина табырға ярҙам иттте. Эшҡыуарҙар менән берлектә алып барған проект, был клуб Силәбелә йәшәүселәрҙең һәм Башҡортостандан килеүселәрҙең аралашыу урыны булыр тип уйлайым”.

Автор: Рәмилә Исмғилева.

Cиләбелә ретро клуб асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста