Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультеты 30 йәшен билдәләй

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультеты 30 йәшен билдәләй https://bash.news/news/109481_miftaxetdin_amulla_isemendge_bdpuny_fizik_kultura_fakultety_30_jshen_bildlj
08 ноя 2019, 23:48

Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетының 30 йыллығына арналған мини-футбол буйынса турнир үтте.

Унда уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусылар һәм әлеге студенттар ҡатнашты. Ярыш өсөн тап мини-футболдың һайланыуы осраҡлы түгел. Был факультетты тамамлаусылрға һәм белем алыусылар араһында билдәле футболсылары Игорь Дивеев, Иван Обляков, Вильям де Оливейра һәм башҡалар бар.

Александр Костарев, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физкультура факультеты деканы: “Турнир юбилей сиктәрендә үтә. Факультет 1989 йылда асылған. Уны 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Араларында футболсылар күп, билдәлеләре лә шаҡтай ғына”.

Илдус Биглов, «Өфө» футбол клубының спорт директоры: “Ярышта ҡатнашып йәшлек, студент йылдарын иҫкә төшөрҙөк. Был спорт залы беҙгә бик яҡын. Ошонда беҙ студент универсиадаларында еңеүҙәр яуланыҡ”.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультеты 30 йәшен билдәләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров