Талха Ғиниәтуллиндың яҡындары һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ҡайғыһын республика етәкселеге лә уртаҡлашты

Талха Ғиниәтуллиндың яҡындары һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ҡайғыһын республика етәкселеге лә уртаҡлашты https://bash.news/news/109482_talxa_initullindy_yayndary_m_bit_jselre_ajyyn_respublika_etkselege_l_urtalashty
08 ноя 2019, 23:56

Талха Ғиниәтуллиндың ижады сағыу һүрәтләү алымдарына бай, уларҙа бар нескәлектәрендә урындағы пейзаж, тормош ысынбарлығы сағылдырыла, ерле һөйләш, халыҡ телмәре, әйтемдәр һәм мәҡәлдәр киң ҡулланыла.

Күп кенә әҫәрҙәрендә төп герой – Тәлғәт Ғәйнуллиндың яҙмышы авторҙың автобиографияһына тиң. Хикәйә һәм повестарында әҙип һуғыштың фажиғәһен һүрәтләй, ябай һалдаттың көндәлек тормошон күһәтә.

Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемәләнгән. Улар шулай уҡ инглиз, ҡытай һәм немец телдәрендә баҫылған. Һәләтле әҙип һәм оло йөрәкле шәхес Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин тураһында яҡты хәтирәләр йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр тип билдәләнгән рәсми ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһында.

Некрологҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡул ҡуйған.

Талха Ғиниәтуллиндың яҡындары һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ҡайғыһын республика етәкселеге лә уртаҡлашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров