Аҡбуҙат ҡайтты тыуған еренә

Аҡбуҙат ҡайтты тыуған еренә https://bash.news/news/109483_abuat_ajtty_tyuan_eren
08 ноя 2019, 23:57

Йырҙарҙа йырланған, легендаларҙа һөйләнгән, унан бигерәк башҡорт халыҡ эпостарында телгә алынған Аҡбуҙат мәңгеләштерелде.

Мифик ат Бөрйән районы Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә урынлаштырылды. Һәйкәл өсөн был урын юҡҡа һайланмаған. Сөнки, башҡорт тоҡомло аттарҙың килеп сығыу тарихы тап ошо күлгә бәйле.

Биш метр бейеклектәге һәйкәлдең скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Аҡбуҙат көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы итеп эшләнелгән. Әйткәндәй, ул башҡорт халыҡ эпостарына ҡуйылған тәүге һәйкәл. Был аҙым киләсәктә «Урал батыр» исемен мәңгеләштереүгә лә нигеҙ булып тора.

Аҡбуҙат ҡайтты тыуған еренә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров