Өфөлә «Гөлөстан» республика милли костюм фестиваль-конкурсы үтте

Өфөлә «Гөлөстан» республика милли костюм фестиваль-конкурсы үтте https://bash.news/news/109484_fl_glstan_respublika_milli_kostyum_festivalkonkursy_tte
09 ноя 2019, 00:04

Сара Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Конкурста ҡатнашыусылар кейемдәрҙә дефиле күрһәтеп кенә ҡалманы, йырлап-бейеп, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән дә таныштырҙы.

Сығыштар «Талир тәнкә», «Сәхнә» «Ҡотлау» номинациялары буйынса баһаланды. Башҡорт милли кейемдәре араһында быуындан-быуынға изге аманат итеп тапшырылып, ҡиммәтле таштар, тәнкәләр менән менән биҙәлгәндәре лә, заманса стилдә тегелгәндәре лә булды.

Гөлгөнә Баймырҙина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса белгесе: “Һәр бер төбәктең эштәрен күрәбеҙ, шул уҡ балаҡатайҙар ҡаялап сиккән булһа, Хәйбулла районы башҡорттарының ҡашмауҙарында шундай матурлыҡ күреп һоҡландыҡ. Шул уҡ бөрйәндәр килтергән аҡ сәкмән”.

Республика халыҡ ижады үҙәгендә уҙғарылған сарала ун туғыҙ райондан ике йөҙҙән ашыу кеше сығыш яһаны. Урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ла жюри ағзаларын тегеү оҫталығы менән таныштырҙы. Сара сиктәрендә милли биҙәүестәр күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Әйткәндәй, фестиваль ҡунаҡтары Өфөлә ойошторолған милли костюм парадының да әүҙем ҡатнашыусылары.

Зөләйха Ырыҫҡолова, фестивалдә ҡатнашыусы: “Был минең селтәрем 18 быуаттыҡы, өләсәйемдең әсәһенән ҡалған. Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре – уның паспорты тип тә һанала. Миңә ҡарағас та танынылар Урал Аръяғынан икәнемде”.

Рәйсә Мөфтиева, фестивалдә ҡатнашыусы: “Был фестиваль беҙҙең өсөн ҡыуаныслы. Сөнки Әлшәй районы ағинәйҙәре күптән үҙҙәренә иң тәүҙә ойошмаға берләшеү менән өҫ кейемдәре тегә башланы – башҡорт кейемдәре. Ҡашмау, һаҡал, елән, камзулдар тектек. Һәм ошо кейемдәребеҙҙе яңыртыҡ быйыл тағы ла”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә «Гөлөстан» республика милли костюм фестиваль-конкурсы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров