Башҡортостанда тахографтар тураһында закон үҙ көсөнә инде

Башҡортостанда тахографтар тураһында закон үҙ көсөнә инде https://bash.news/news/109524_bashortostanda_taxograftar_turaynda_zakon_ksn_inde/?lang=bash
09 ноя 2019, 23:23

Хәҙер кеше ташыусы барлыҡ транспорт саралары ла водителдең эшен, ял итеүен күҙәтеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырылырға тейеш. Был тәү сиратта пассажирҙар һәм башҡа юл йөрөүселәр хәүефһеҙлеген, водителдәрҙең тәртибен тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.

Депутаттар әйтеүенсә, ҡануниәт үтә лә әһәмиәтле. Сөнки һуңғы арала шәхси йәмәғәт транспорты йөрөтөүселәр күбәйҙе һәм уларҙың бәләкәй генә хатаһы ла ҙур бәләгә алып килеүе ихтимал.

Һуңғы арала юл инспекторҙары каршеринг хеҙмәте автомобилдәренә лә иғтибарҙы көсәйтте. Тәүҙәрәк ҡуртымға алынып йөрөлгән техника ул тиклем үк тикшереүгә дусар ителмәй ине. Бәлки ниндәйҙер кимәлдә иммунитеттары ла булғандыр. Ләкин һуңғы аралағы баш-баштаҡлыҡтар каршерингты әҙерәк «ҡыҫырға» мәжбүр итә. Ғөмүмән, был хеҙмәткә ҡарата һорау тыуа.

Ябай халыҡ ,әллә енәйәтселәр өсөн хәрәкәт итеү сараһымы? Был автомобилдәрҙең нисек йөрөүенә иғтибар иткәндә руль артында ысынлап та енәйәтселәр ултыра тип уйларға мөмкин. Баҡтиһәң, унда ысынлап та етешҙеҙлектәр бар. Мәҫәлән, һуңғы осраҡ. Иҫерек килеш каршеринг хеҙмәте менән файҙаланып ҡала уртаһында полиция менән уҙыш ойошторған егет кешенең таныҡлығы ла булмай сыҡты. Теркәлгән сағында ул документ булған,әммә һуңынан эскәне өсөн тартып алғандар. Әммә был уға ҡуртымға алынған транспорт сараһында йөрөүгә бер нисек тә ҡамасауламай. БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов ентекләберәк.

Өфөлә йәшәүсе Рәмил Муллагилдин йыш ҡына каршеринг сервисы менән ҡуллана. Теләгән урынға барып етеү өсөн ҡуртымға алынған автомобиль бар йәһәттән дә отошло. Ул хатта таксиға ҡарағанда ла осһоҙораҡ. Әммә бер генә уңайһыҙлығы бар, ул да булһа транспорт сараһы менән үҙеңә идара итергә кәрәк.

Әйткәндәй, руль артына ултырыр алдынан автомобилдәге етешһеҙлектәрҙе фотоға төшөрөп, телефондағы ҡушымтаға ебәреү мотлаҡ. Сөнки был сервиста һуңғы водитель түләй тигән ҡағиҙә эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, арендаға алынған машиналар водителдәрҙә әллә ни һаҡсыл ҡараш тыуҙырмай.

Водителдәрҙең юғары тиҙлек менән йөрөүендә сервис автомобилдәренең ваҡытҡа бәйле булыуы менән аңлатыла. Йәғни, ҡуҙғалып китеү менән телефондағы ҡушымтала иҫәпләү ҡоролмаһы тоҡана. Минут һайын каршеринг менән ҡулланыусының картаһындағы сумма кәмей бара. Транспорт сараһы хатта, тығындарҙа торған хәлдә лә водителгә аҡсаһын сығарырға тура килә.

Бөгөн Өфөлә транспорт сараларын ҡуртымға биреү менән ике компания шөғөлләнә. Статистика буйынса, бер каршеринг автомобиле 10-ға яҡын шәхси машинаны алмаштыра. Тимәк, был юлдағы көсөргәнеште кәметә һәм экологик хәлде яҡшырта, ти белгестәр.

Шәхесте раҫлаусы ҡағыҙҙар талап ителеүгә ҡарамаҫтан, сервис хеҙмәтен алдаусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, эсеп алыусылар, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүселәр, хатта сит кеше документына яңы аккаунт асыусылар ҙа табыла.

Күптән түгел инспекторҙар Өфө урамдарының береһендә Делимобиль менән китеп барыусы автомобилде туҡтата. Әммә каршеринг сервисы водителе документтарын күрһәтер урынға ҡасыу яғын ҡарай. Әммә алыҫ китә алмай, ҡулға алынған егеттең руль артында эскән килеш ултырыуы асыҡлана. Бер үк ваҡытта уның водитель таныҡлығы ла булмай.

Ә бына октябрь аҙағында Өфөнөң Калинин районында каршеринг автомобиле ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде. Дорогин ауылы эргәһендә «Хендай Солярис»менән «ДАФ» йөк машинаһы бәрелеште. Ҡот осҡос фажиғәлдә ике кеше һәләк булды. Инспекторҙар билдәләүенсә, ҡурҡыныс хәлгә юлдағы боҙлауыҡ сәбәпсе булыуы ихтимал. Осраҡ буйынса әле тикшереү бара.

Күп кенә автоһәүәҫкәрҙәр иҫәпләүенсә, каршеринг менән ҡулланыусыларҙы үҙенә генә хас йөрөү стиле берәштерә. "Үҙеңдеке булмағас – йәл түгел" тигән хэштег та тыуғайны. Шулай ҙа компания вәкилдәре һуңғы ваҡытта Өфөлә халыҡтың мәҙәнилеге арта барыуын билдәләй. Кеше әйберенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә социаль селтәрҙәр ҙә үҙ өлөшөн индерә.

Заманса технологиялар йылдан-йыл беҙҙең тормошҡа нығыраҡ үтеп инә. Һәм уларҙың таралыуына ошондай сервистар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Рәсәй мегаполистарында ғәмәлгә ашырылған каршеринг хеҙмәте киләсәктә бәләкәй ҡалаларҙа ла барлыҡҡа килеүе ихтимал. Һәр хәлдә был төбәктәрҙә йәшәүселәрҙә лә системаның эш үҙенсәлектәре һәм каршерингтың өҫтөнлөктәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Автор: И.Байбулатов.

Башҡортостанда тахографтар тураһында закон үҙ көсөнә инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову