Өфөлә һис икеләнмәйенсә крандан һыу эсергә мөмкин

Өфөлә һис икеләнмәйенсә крандан һыу эсергә мөмкин https://bash.news/news/109525_fl_is_ikelnmjens_krandan_yu_eserg_mmkin/?lang=bash
09 ноя 2019, 23:27

Уны буйратырға теләүселәр ни бары аҡса эшләүселәр, ҡотҡо һалыусылар, тине республика етәксеһе был аҙнала. Күҙ уңында ул Полиэф заводында ҡулланылған һыуҙарҙың тышҡа ағып сығыуынан һуң таралған хәбәрҙе тотҡан. Радий Хәбиров әйтеүенсә, баш ҡалала эсәр һыуҙың сифаты даими күҙәтеүҙә тотола.

«Өфөводоканал» предприятиеһында һыу физик алымдар – фильтрҙар, лампалар һәм реагенттар ярҙамында таҙартыла. Реагент ролендә хәҙер хлор урынына тәбиғи тоҙ ҡулланыла.

Тик бына шуныһы, республика етәксеһе һорағанда үҙ аҡылында булған кеше киреһен һөйләп тормаҫтыр. Был осраҡта бит баштар осасаҡ. Шуға күрә беҙ үҙебеҙ ҙә тикшереп ҡарарға булдыҡ. Ысынлап та ҡат-ҡат таҙартыламы Өфөләге эсәр һыу? Баш ҡалала крандан һыу эсергә мөмкинме? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡыҙыҡһынды.

Крандан аҡҡан һыуҙы эсергә яраймы?! Был һорау күптәрҙе борсоуға һала. Фильтр аша үткәреп, йә ҡайнатып эсһәң күңелгә нисектер тынысыраҡ кеүек, эйеме? Сәләмәтлекте ҡайғыртабыҙ. шулай ҙа белгестәр хафаланмаҫҡа саҡыра – баш ҡалала һыу таҙа. Ышанырғамы-юҡмы? Тикшереп ҡарайыҡ.

Ер аҫтынан ғына түгел, эсәр һыу Өфө йылғаһынан да килә.Ҡаланың төньяғында урынлашҡан һыу алыу ҡоролмаһын ғына миҫалға килтерәйек , биләмә санитар һаҡ аҫтында. Йәшәү сығанағы ҡулланыусыларға ебәрелер алдынан иҫәпһеҙ һанһыҙ тикшереү үтә.

Ультрафиолет нурланыш машиналарының һәр ҡайһыһында ике йөҙҙән ашыу лампа. Улар зарарлы микроогранизмдар һәм вирустарға аяуһыҙ. Шулай ҙа һыуҙы таҙартыуҙа иң төп баҫым ябай аш тоҙона төшә. Көндәлек тормошта ҡулланылған продукт хәҙер шыйыҡ хлорҙы алмаштыра.

Азамат Мәһәҙиев, «Өфө һыу каналы» предприятиеһы матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Хлорҙан тулыһынса баш тарттыҡ тиергә лә мөмкин, сөнки хлор менән ҡуланғанда янғын хәүефе бар һәм шартлауы мөмкин. Ошо цехта, ҡаланың төньяғында беҙ ябай тоҙҙан гипохлорит натрия тигән матдә әҙерләйбеҙ һәм ул һыуҙы тулыһынса таҙартырға ярҙам итә”.

Һуңынан һыу реагент эшкәртеү фильтрҙары аша үтә. Уны тондороу һәм төҫһөҙләндереүҙә башлыса алюмин сульфаты, полиакриламид ҡулланыла. Активлаштырылған күмер ярҙамында тимер һәм марганецтан таҙартыу, йомшартыу процестары ойошторола.

Ринат Сабитов, етештереү участкаһы мастеры: “Алюминий сульфаты запасы ике йылға етә, ул иң кәрәкле химик реагент һыуҙы таҙартҡанда. Когуляция барлыҡҡа килә. һыуҙа иң бәләкәй өлөшсәләр ҙә юҡ ителә”.

Тикшереү бының менән генә тамамланмай әле. Производствола лабораториялар булдырылған. Һыу сифатын йөҙҙән ашыу кеше күҙәтә. Көн һайын улар төрлө бактерияларға анализ яһай. Өлгө булараҡ алынған һыу йәнә фильтрҙар аша үтә, һуңынан тәбиғи мөхиткә урынлаштырыла. Һыу бысраҡ булһа, иртәгәһенә унда микробтар күпләп үрсей башлай. Әммә бындай күренеш зарарһыҙланлырыған һыуҙа бөтөнләй күҙәтелмәй, ти лаборатория хеҙмәткәрҙәре.

Гүзәлиә Ғафарова, «Өфө һыу каналы» предприятиеһының бактериалолгия бүлеге лаборанты: “Крандарҙа, колонкаларҙа һыу таҙа. Йылғала ташҡын мәлендә генә күҙәтелергә мөмкин. Колонкаларҙы етди күҙәтеү аҫтында тотабыҙ. Һыуҙың һағында торабыҙ ныҡ”.

Роспортребнадзор программаһы буйынса һыуға көн дә меңдән ашыу анализ яһала, микробиологик күрһәткестәр контролдә тотола. Эш күләме ҙур. Һыуҙың ҡатылығы, төҫө, еҫе лә һәр ваҡыт нормала булырға тейеш.

Ильяна Фассалова, «Өфө һыу каналы» предприятиеһы инженеры: “Күреүегеҙсә, тигеҙ линия. Анализда күренә, һыуҙа хлорлы продукттар юҡ. Һыу беҙҙең таҙа, алама компоненттары юҡ”.

Ҡала селтәрҙәренең ҡырҡ нөктәһендә һыу сифаты анализдары алына, йәғни эсәр һыу зарарһыҙланлырып, ер аҫты торбаларына эләккәс тә даими күҙәтеү аҫтында.

Авария-диспетчер үҙәге предприятие йөрәге тиергә мөмкин. Бында ҡала селтәрҙәрендәге һыу баҫымы контролдә тотола. Йәшел төҫ, тимәк, күрһәткестәр ҙә нормала. Ғөмүмән, экранда һигеҙ һыу алыу ҡоролмаһы менән танышырға мөмкин.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул итә, йыл башынан ғына егерме меңдән ашыу кеше шылтыратҡан. Һорауҙар башлыса коммуналь хужалыҡ өлкәһенә бәйле, йә торбалар тишелгән, йә ямғырҙар ҡойоп йорт янын һыу баҫҡан. Һыуҙың сифаты менән ҡыҙыҡһынып ун ике генә шылтыратыу булған.

Павел Серебряков «Өфө һыу каналы» предприятиеһының баш диспетчеры: “Ялыуҙар буйынса тикшереүҙәр ойошторолдо, уларҙың күбеһе иҫбатланманы. Ҡалғандары буйынса етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлдө. Мөрәжәғәттәр башлыса һыу торбаларын ремонтлаған осорҙа барлыҡҡа килгән”.

Баш ҡалала йәшәүселәр тәүлегенә 320 мең күбометр һыу ҡулланылыуын иҫәпкә алғанда, предприятие хеҙмәткәрҙәре иңендә яуаплы бурыс булыуын төҫмөрләргә мөмкин. Өфөләрҙе улар өҙлөкһөҙ рәүештә йәшәү сығанағы менән тәьмин итергә тейеш.

Белгестәр, крандан һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә мөмкин тип билдәләй. Йылға, ер аҫтынан алынһа ла, ул бер нисә тапҡыр фильтрҙар аша үтә, йәғни составында зарарлы микроорганизмдар юҡ. Кран, колонкаларға тиклем барып еткәнсе, ул ике тәүлек тикшереү үтә, таҙартыла.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә һис икеләнмәйенсә крандан һыу эсергә мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет