Иҫәпкә бар, һанға юҡ: Белорет районындағы Хәйбулла ауылы Ер шарынан юҡ ителгәнме?

Иҫәпкә бар, һанға юҡ: Белорет районындағы Хәйбулла ауылы Ер шарынан юҡ ителгәнме? https://bash.news/news/109527_ipk_bar_ana_yu_beloret_rajonynday_xjbulla_auyly_er_sharynan_yu_itelgnme/?lang=bash
09 ноя 2019, 23:28

Белорет районының Хәйбулла ауылын тап шулай атарға мөмкин. Урындағы халыҡ уны бөтөнләй өрәк ауыл тип йөрөтә. Сөнки байтаҡ кеше йәшәүенә ҡарамаҫтан, район үҙәгендә Хәйбулланы белмәйҙәр ҙә. Бындай ауыл беҙҙә юҡ тип документтар ҙа бирмәгән осраҡтар булғылаған. Бәлки, белмәмешкә һалышҡандарҙыр? Шулай бит отошлораҡ. Ауыл юҡ икән, проблемалар ҙа юҡ. Ул арала халыҡ йәшәй. Һәр хәлдә үҙебеҙҙең хәбәрселәргә мин ышанам. Улар бит барып тере йәндәр менән аралашып ҡайтты. Йорттарында өҫтәл артына ултырып сәй эсте... Тулыраҡ

Ике исем йөрөткән ауыл Белорет районына ҡарай. Бында тиҫтәнән ашыу кеше көн итә. Һәр кемдең йорт-ҡаралтыһы, шөғөлләнер эше бар. Бер һүҙ менән әйткәндә ауыл йәшәй, гөрләй. Тик бына был тормош рәсми түгел булып сыға. Зифа ханым район үҙәгенә документ юллап барғанда шаҡ ҡатырлыҡ яңылыҡ ишетеп ҡайта.

Хәйбулла ауылы өс райондың ҡап уртаһында урынлашҡан. Ҡасандыр ул Маҡар районына ҡараған, унан һуң бер аҙ Ғафуриҙа йәшәп алғандан һуң, Белорет ерлегенә алына. Һаралы йылғаһы буйындағы ауылға барыу үҙе бер бәлә. Баҡый ауылынан урау юл менән Оло Шешнәк йылғаһын ете ҡат кисер кәрәк, ә тура юл тик тау аша ғына. Кәм тигәндә менеп-төшөүгә ике сәғәт самаһы ваҡыт китә. Картала ла ауыл бар, әммә түрәләр өсөн ул өрәк, ти ауыл халҡы.

Үҙ йүнен үҙҙәре күреп йәшәй. Башҡаса сара юҡ. Район хакимиәтенән бер ус ярҙам алғаныбыҙ булманы, ти ауылдаштар. Ҡыҫҡаһы, бер үк балыҡ башы.

Башҡа социаль хеҙмәттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ауыл халҡы хәҙер бер-береһен дауаларға мәжбүр. Хәҙер инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Әнүәр Баҡыев ауылдаштары өсөн алыштырғыһыҙ табип.

Күсеп китегеҙ һуң, тип әйтер ине бәғзеләр. Быйыл былай ҙа бер йәш ғаилә Хәйбулланан ҡалаға күскән. Мәктәп булмағас”.

Халыҡ телендә Һаралы тип исемләнгән Хәйбулла ауылына 1834 йылда нигеҙ һалынған. Заманында бында урман хужалығы үҫешкән. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронан һуң, бар социаль объектар ябыла. Йәшәүгә шарттар булмағас, йәштәр ҙә башҡа төбәктәргә күсергә мәжбүр була.

Тимәк иҫәпкә бар, ә ни эшләп һанға юҡ. Урындағы халыҡ берәй мөһим кампания барышында ғына иҫкә төшә. Һуңғыһында, мәҫәлән бәғзеләр трактор яллап булһа ла килеп ураған. Ә инде район үҙәгенә үҙҙәре йомошон йомошларға барғанда хәйбуллалар өрәк. Юҡ, ул ундай ауыл. Бер түгел, ике исем йөрөткән ауыл тик торғанда боҫҡа әйләнә лә ҡуя...

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Иҫәпкә бар, һанға юҡ: Белорет районындағы Хәйбулла ауылы Ер шарынан юҡ ителгәнме?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет