Абҙаҡ карьерында ҡырсынташ ваҡлау буйынса яңы ҡорамал сафҡа инде

Абҙаҡ карьерында ҡырсынташ ваҡлау буйынса яңы ҡорамал сафҡа инде https://bash.news/news/109616_aba_karerynda_yrsyntash_valau_bujynsa_yay_oramal_safa_inde/?lang=bash
11 ноя 2019, 21:06

Белорет районында етештерелгән сеймал элек-электән асфальт түшәүҙә киң ҡулланыла. Ләкин түбән ҡеүәтле булыу сәбәпле, ваҡ ҡырсынташтар күрше төбәктән һатып алынған. Яңы ҡоролманың үҙенсәлектәре тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Абҙаҡ карьеры – республиканы төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүсе иң төп сығанаҡтарҙың береһе тип һанала. Ул ике төрлө тау тоҡомдарынан - туф менән порфириттан тора. Дөйөм запастарҙың 98 проценты сифатлы ҡырсынташ етештерергә яраҡлы сеймал тип раҫланған.

Эре ҡырсынташ бында етерлек күләмдә сығарылһа, вағыраҡ фракцияның яртыһы күрше төбәктәрҙән килтерелгән. Абҙаҡ карьеры хеҙмәткәре Руслан Батыров билдәләүенсә, яңы ҡорамал элеккеләргә ҡарағанда күпкә ҡеүәтле.

Белорет районында етештерелгән ҡырсынташ республикала иң ныҡлыһы. Комплекс таштарҙы бер юлы ете төрлө өлөшкә онтай. Яңы ҡорамал юл төҙөлөшөндә ҡулланылған сеймал ихтыяжын тулыһынса ҡаплаясаҡ. Төбәк эшҡыуарҙары асфальт материалдарын Абҙаҡ карьерынан һатып ала аласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә предприятие етештергән сеймалды экспортҡа сығарыу күҙаллана.

Яңы ҡоролманың хаҡы яҡынса 180 миллион һум. Предприятие етәкселәре техникаға сарыф ителгән хаҡ үҙен тиҙ аҡлаясаҡ, тип ышана.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: Быйыл республикала 1200 км юл төҙөкләндерелде. Өҫтәмә рәүештә 940 км юл һалынды, 28 күпер төҙөлдө. Быны тарихи рекорд тип әйтергә лә мөмкин”.

Ваҡлап сортҡа айырыусы заводтың етештереү ҡеүәте сәғәтенә 150 тонна тәшкил итә. Элекке техника был күләмдең яртыһынан саҡ ҡына күберәк етештергән булған. Хәҙер иһә йылына 560 мең тонна ҡырсынташ етештерергә мөмкин булыр, тип көтөлә.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Абҙаҡ карьерында ҡырсынташ ваҡлау буйынса яңы ҡорамал сафҡа инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста