Благовар районында бер төркөм уҡыусылар көҙгө каникул алдынан белем алыуҙан мәхрүм ҡалған

Благовар районында бер төркөм уҡыусылар көҙгө каникул алдынан белем алыуҙан мәхрүм ҡалған https://bash.news/news/109628_blagovar_rajonynda_ber_trkm_uyusylar_kg_kanikul_aldynan_belem_alyuan_mxrm_alan/?lang=bash
11 ноя 2019, 21:34

Сөнки мәктәп автобусы водителе руль артына ултырыуҙан баш тартып эшенән киткән. Килеп тыуған проблемаға ҡарамаҫтан, ата-әсәләр көн һайын балаларын шәхси транспорт менән Троицкийға йөрөтөргә тырышҡан. Әммә күрше ауылға илткән юл еңел автомобилдәр өсөн үтерлек хәлдә түгел. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов дауам итә.

Ахун ауылы халҡы юл ғазабы-гүр ғазабы икәнен ишетеп кенә белмәй. Сөнки улар бар михнәттәрҙе үҙ иңендә татый. Янғын сыҡҡан осраҡта йәки ауырып китеүселәр булһа, район үҙәгенән саҡыртылған ярҙам бик һуңлап килә. Шунлыҡтан үлеүселәр һәм йорт-ҡураһыҙ ҡалыусылар ҙа юҡ түгел. Бер үк ваҡытта аҙыҡ-түлек ташыусылар ҙа был төбәкте урап үтергә тырыша. Ә көҙгө каникул алдынан мәктәп автобусы водителе лә кинәт кенә эшенән киткән.

Ошондай уҡ проблема Яңы Константиновка ауылына ла хас. Водитель булмаған осорҙа ике төбәктә йәшәүселәр ҙә балаларын Троицкийға үҙ транспорттары менән йөрөткән. Шулай ҙа әлеге ваҡытта район етәкселеге ярҙамы менән мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Әммә был ваҡытлыса ғына күрелгән сара, тип борсола өлкәндәр. Сөнки автобус водителе ун көндән эшенән китә тигән имеш-мимештәр бер кемгә лә тынғы бирмәй.

Ахун ауынан Троицкийҙа ете бала белем ала. Көн һайын улар мәктәп автобусы менән 12 километр араны йөрөп уҡырға мәжбүр. Әммә юлдың насар булыуын иҫәпкә алып, уҡыусыларға иртәрәк торорға тура килә. Юғиһә, тәүге дәрестәргә һуңлап ҡалыуың бар.

Юл тигәнең ысынлап та, бик насар хәлдә. Грейдер ярҙамында соҡор-саҡырҙарҙы тигеҙләргә тырышыу ҙа әллә ни файҙа бирмәй. Сөнки был юлдан шәкәр сөгөлдөрө тейәгән йөк машиналары ла, урындағы сусҡа комплексы техникалары ла күп йөрөй.

Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап табыу маҡсатында ике ауылдың да бер төркөм активистары район етәкселеге менән осрашты. Хакимиәт башлығы Юрий Коземаслов билдәләүенсә, улар был проблемалар тураһында хәбәрҙар. Әлегә ваҡытта юлға капиталь ремонт үткәреү өсөн һөйләшеүҙәр алып барыла. Киләһе йылда республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында борсоулы участканы төҙөкләндереү ҡаралған.

Айырыуса ҡатмарлы урындарҙы ер туңыу менән ремонтлай башлау ҡаралған. Ул саҡта урындағы карьерға ла юл асыла, ти осрашыуҙа яуап тотоусылар. Бер үк ваҡытта балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү менән дә бындай проблемаларға башҡа юл ҡуйылмаясаҡ. Мәғариф бүлеге әлегә ваҡытта эшләргә теләге булған һәм иң мөһиме яуаплылыҡтан ҡурҡмаған мәктәп автобусына водитель эҙләй. Ә уға тиклем балаларҙы район үҙәгенән йөрөп эшләүсе водитель хеҙмәтлендерәсәк.

Автор: И.Байбулатов.

Благовар районында бер төркөм уҡыусылар көҙгө каникул алдынан белем алыуҙан мәхрүм ҡалған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста