Газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы

Газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы https://bash.news/news/109632_gaz_tkreg_sertifikat_alyu_sn_dokumenttar_abul_itel_bashlany/?lang=bash
11 ноя 2019, 21:44

Бөгөндән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү һәм күп функциялы үҙәктәр газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн документтар ҡабул итә башланы. Айырым категория граждандарға газ үткәреү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне.

Күп тә үтмәне ошо туралағы указ ҡабул ителде һәм эш тәртибе, ташламаға дәғүә итеүселәр исемлеге раҫланды. Сертификатҡа кемдәр хоҡуҡлы? Яуап киләһе репортажда.

Күп балалы Йәнгировтар ғаиләһе ҡалалағы фатирға һыймай башлағас шәхси йорт төҙөп сығырға ҡарар итә. Ғаилә башлығы оҙаҡ уйлап тормай 2012 йылда өй ҙә күтәрә башлай һәм ҡыҫҡа ваҡытта уны һалып та сыға. Ләкин тулыһынса күсенергә ашыҡмайҙар. Үҙ йортонда улар йәйгеһен генә йәшәргә мәжбүр. Сөнки ҡыш уны йылытыу ҡиммәткә төшә.

Республика етәксеһенең айырым категория граждандарға газ үткәреү өсөн сертификаттар таратыу тураһындағы указын ишеткәс Йәнгировтарҙың шатлығының сиге булмай. Быға тиклем улар газ үткәреү өсөн аҡса арттыра алмаған. Торбалаларҙы йортҡа индереү өсөн генә лә 150 мең һум тирәһе талап ителгән.

Хәҙер улар зәңгәр яғыулыҡҡа ярты хаҡҡа тоташа ала. Һәр хәлдә сығымдарҙың күпселек өлөшөн сертификат ҡаплай. Ҡалғанын ғаиләгә үҙҙәренә түләргә тура киләсәк.

Башҡортостан башлығы ҡарары буйынса сертификатҡа республикала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр өмөт итә ала. Һәм шуныһы ғариза биреүсенең газ үткәреләсәк йортта милексе булыуы ла шарт. Йәғни прописка ғына етмәй. Шулай уҡ дәүләт ярҙамы газ үткән ауылдарҙа йәшәүселәргә генә күрһәтеләсәк.

Сертификат номиналы 60 мең, ә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына һәм килеме йәшәү минимумынан аҙ булған ғаиләләргә 100 мең һум тәшкил итә. Был маҡсатта ҡаҙнанан 664 миллион һум аҡса бүленә һәм ул дүрт йылға иҫәпләнгән.Ә алынған сертификат үҙе ике йыл ғәмәлдә ҡаласаҡ.

Автор: А.Кәбиров.

Газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста