Китә... ҡаҙҙар түгел, беҙҙең ҡыҙҙар

Китә... ҡаҙҙар түгел, беҙҙең ҡыҙҙар https://bash.news/news/109638_kit_aar_tgel_bee_yar
11 ноя 2019, 22:36

Зәлифә Смит, Ләйсән Донич, Альбина Раэриндзатуву, Айгөл Момит, Рита Османова...был исемлекте оҙаҡ дауам итергә була. Халыҡтар берҙәмлеге ғаиләләрҙә. Нисегерәк сағыла ул берҙәмлек интернациональ ғаиләләрҙә һәм беҙҙең милләт яҙмышында.

Улар Американың Нью Джерси штатында океан ярында таныша. Бер-береһенә инглиз телендә сәләмләгән йәштәр үҙҙәре лә һиҙмәй рус теленә күсә. Кишеневта тыуып үҫкән егет штаттарҙа ун йыл йәшәгән, ә Ләйсән инглиз телен камиллаштырырға стажировкаға барған. Оҙаҡламай ҡыҙ тыуған яғына ҡайтып китә. Ике континентта йәшәүсе ғашиҡтар араһында биш йылға яҡын дауам иткән виртуаль дуҫлыҡ туй менән тамамлана. Быйыл Өфөлә лимузинда түгел, трамвайҙа.

Ләйсән менән Денис Доничтар ғаиләһендә бөтәһе лә алдан планлаштырыла. Был айҙа улар бер аҙна Балтас районында йәшәгән өләсәйҙәренә ҡунаҡ булып килгән. Өйләнешкәс тә Өфөлә фатир һатып алғандар. Америкала йәшәргә ҡалырға теләмәгәндәр, мөмкинлек килеп сыҡһа башҡа илдә йәшәү вариантын ҡарайҙар.

Бына шулай сүкелә бәхет. Эрнст Смит Зәлифәне бәхетле итер өсөн көнөнә тиҫтәләп даға әҙерләй. Ат дағаһын юҡҡа ғына ырыҫлыҡ билдәһе тимәйҙәр. Беҙ телевизор аша ҡарап белгән киноларҙағы һымаҡ йәшәй, Баймаҡ ҡыҙы Зәлифә. Тик Башҡортостанда түгел, Көньяҡ Африканың ПреториЯ ҡалаһы янында, тау буйында ун гектар ер биләмәһендә. Ашарға бешереү, таҙартыу, йыуыу, үтекләү – бөтә йортт эшен хеҙмәтселәре башҡара. Смиттар йәшәгән территорияны ун биш эт һаҡлай, приюттан тағы бишәүҙе алырға йыйыналар.

Бәхетле пар ике йыл элек Дубайҙа осраша. Милләттәшебеҙ яҙмышын эҙләп алыҫҡа сығып киткән саҡ, ә Эрнсттың Шәйех Хамдан ибн Мөхәммәд әл Мәҡтүмдең ғәрәп юртаҡ аттарын ярышҡа әҙерләгән мәле. Бер- береһен күргән көндән алып улар бергә. Аттарҙы яҡшы итеп ҡарағаны өсөн дә Дубайҙағы тәхеткә ултырырға тейешле принц Эрнсты үҙендә эшкә ҡалырға өндәй.Әммә Дубайҙа ике йыл йәшәгәндән һуң тормош иптәше тыуған яғына Көньяҡ Африкаға ҡайтырға ҡарар итә.

Смиттар элек-электән ат аҫыраған, тап ат йәнле булыуы ла башҡорт ҡыҙының йөрәгенә юл һалғандыр, бәлки. Башҡортостанға ҡайтып Учалы районында йорт һалалар. Ҡышты улар ҡоштар һымаҡ йылы яҡта үткәрә, ә йәйҙәрен йәмле Өргөн күле буйындағы ауылда. Донъя буйлап сәйәхәт итергә яраталар.

Малагаси милләтле егет менән Башҡортостан ҡыҙының дуҫлашыуы ғаиләгә һала. Мадагаскарҙан Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға килгән егеттең ул Рәсәйҙәге икенсе мөхәббәте. Тәүге ҡыҙҙың ата-әсәһе бындай аҡлы-ҡаралы никахҡа ҡырҡа ҡаршы булған.

Борон халҡыбыҙҙағы «Ҡолаҡ тешләтеү» йолаһы булмаҫ ине, ата-әсәләр милләттең киләсәген ҡайғыртмаһа. Үҙ парын табыу иреккә ҡуйылһа ла әле лә ғаиләләләрҙә милләтте һаҡлауға йүнәлтелгән тәрбиә бар. Тик йәштәр нимә уйлай бит әле..

Ҡатнаш никахтарҙы Совет заманында тарихсы, этнограф Юлиан Бромлей өйрәнгән.Әгәр ҙә бындай ғаиләләр ун проценттан ашып китә икән, ул милләттең милләт булып ҡалыуына хәүеф тыуҙыра тигән һығымтаға килгән. Ғалим Илгиз Солтанморатовтың был өлкәләге фәнни тикшеренеүҙәре һәм һуңғы тапҡыр кеше иҫәбен алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, беҙ был күрһәткесте күптән үтеп киткәнбеҙ...

Антропологтар археологик ҡаҙыныуҙарҙа табылған ҡурғандарҙағы кеше һөйәктәрен тикшергәндән һуң төрлө урындағыларҙың бер-береһенә оҡшаш булмауын асыҡлаған. Тимәк, бик боронғо замандарҙа ырыуҙар ҡатышып бармаған. Нәҫел тамырҙарының ҡайҙа тоташыуын тикшереү маҡсатында Доничтар Америкала генетик анализ яһаған.

Ноғман Мусиндың әҫәрендә немец ҡыҙы Зильда Башҡортостанға килеп Заһиҙәгә әйләнһә, беҙҙең Зәлифәне Африкала Зина тип йөрөтәләр икән. Тормош иптәше – африканец. Улар Көньяҡ Африкала голланд, немец һәм француз сығышы булған колонистар тоҡомо. Протестант динен тоталар.

Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Был беҙҙең республика өсөн генә хас күренеш. Ҡатнаш никахтар булған, бар һәм буласаҡ. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда 2017 йылда сит ил кешеләре менән никахҡа инеү республикала 199, былтыр 202, ә быйыл туғыҙ ай эсендә күрһәткес 140 -ҡа еткән.

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе граждандары араһында никахлашыуҙарға килгәндә лә был тенденцияның йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Был әле законлы теркәлгәндәр буйынса, ә гражданлыҡ никахы менән йәшәүселәр был статистикаға инмәгән.

Ғалимдар, милләт-ара никахта йәшәүселәрҙең йылдар үткәс уйлана башлауын, һәм күп осраҡта айырылыуҙарын миҫалға килтерә. Төрлө мәҙәниәт, дин, тәрбиә һәм башҡа сәбәптәр...

Ике республика араһындағы ғаилә күперенә Өфөлә нигеҙ һалынған. Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасы һөнәрен үҙләштергән Әбделкәрим Османов беҙҙең төбәктә ҡалырға ҡарар итә. Үҙенең буласаҡ тормош иптәшен дә тап бында осрата.

Тик Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарына өйләнергә теләүселәр, сит ил кешеһенә кейәүгә сығыу хыялы менән йәшәүселәр ҙә, бер ҙә уйламағанда ошондай никах ҡороусылар ҙа етерлек. Уртаҡ балалары булып уларҙы ике ил сиге аша бүлешә алмау осраҡтары ла булып тора.

Ни өсөн сығып китә ҡыҙҙар... башҡа милләт кешеһенә, ер шарының икенсе мөйөшөнә... "Еңел тормоштан түгел бит инде", тине бер ҡыҙ. Ә ғөмүмән, еңел булырға тейешме ул тормош? Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә донъяла кәртәләр юҡ тигәнде иҫбатлаумы.

Ҡасандыр сит илгә сығыу ҡатмарлы булһа, хәҙер был сәйәхәт күрше ауылға барып килгәндәй ҙә тойолмай. Тап ошо фактор ҙа милләт-ара мөхәббәткә юл асалыр, бәлки.

Нисек кенә булмаһын, мәңге тоғро булырға һүҙ ҡуйышып парлашҡандарҙың ҡанаты ҡайырылмаһын.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Китә... ҡаҙҙар түгел, беҙҙең ҡыҙҙар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста