Башҡортостан Кремлдең губернаторҙар һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы урындарға сыҡты

Башҡортостан Кремлдең губернаторҙар һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы урындарға сыҡты https://bash.news/news/109640_bashortostan_kremlde_gubernatorar_mtlelege_rejtingynda_aldyny_uryndara_syty/?lang=bash
11 ноя 2019, 22:39

Республика етәкселегенең Ки Пи Ай, йәғни төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәре үтәү буйынса уңыштары юғары баһалана тип хәбәр итә «Ведомости» гәзите. Эш һөҙөмтәләрен Рәсәй Президенты хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко иғлан итте.

Аныҡлап әйткәндә, рейтингта халыҡтың Президентҡа һәм губернаторға ышаныс иҫәпкә алына. Уҙған һайлауҙа Башҡортостан, Чечен республикаһы, Тула һәм Курск өлкәләре менән бер рәттән КИ ПИ АЙ күрһәткестәрен арттырып үтәүсе төбәктәр исемлегендә аталған.

Сергей Кириенко фекеренсә, губернаторҙар эшмәкәрлеге асыҡлыҡ, ихласлыҡ, әҙәплелек һәм күҙәтеү төшөнсәләренә ҡоролорға тейеш. Бындай юғары баһаға Радий Хәбиров тарафынан булдырылған Башҡортостан халҡы мәсьәләренә власть органдарының оператив яуап биреү системаһы лайыҡ булды. Халыҡ менән берлектә эш итеүҙең был өлгөһө төбәк тәжрибәләре араһында иң уңышлыһы тип танылды.

Башҡортостан Кремлдең губернаторҙар һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы урындарға сыҡты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»