Бөрйән районы Нәби ауылында күпер асыла

Бөрйән районы Нәби ауылында күпер асыла https://bash.news/news/109676_brjn_rajony_nbi_auylynda_kper_asyla/?lang=bash
12 ноя 2019, 13:13

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе.

Бөрйән районы Нәби ауылында күпер асыла
Бөрйән районы Нәби ауылында күпер асыла

“Беҙ бер аҙнанан матур күперҙе файҙаланыуға тапшырабыҙ. Иҫке ағас күпер авария хәлендә. Уның аша йөрөү хәүефле. Миңә Башҡортостанда яраҡһыҙ күперҙәр күп булыуы тураһындағы яҙыуығыҙҙы һиҙеп торам. Проблемалы күперҙәр хаҡында беләм. Улар бөтә райондарҙа ла бар тиерлек. Республикала күперҙәрҙе төҙөкләндереү программаһы булдырылған. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнә. Быйыл 28 күпер ремонтлана, 12-һе яңыртыла. План буйынса Башҡортостандағы бөтә күперҙәр тәртипкә килтереләсәк”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста