Вандалдар язаға тарттырыла

Вандалдар язаға тарттырыла https://bash.news/news/109765_vandaldar_yazaa_tarttyryla
13 ноя, 13:39

Өфөнөң “Ватан” этнопаркында машинала уҙышҡан водителдәргә штраф түләргә тура килә. Был хаҡта Өфө мэрияһынан хәбәр итәләр. Ноябрь башында бер нисә кеше амфитеатр майҙанына үтеп инә һәм автомбилдәрҙә ярыш ойоштора. Улар газондарҙы тапай, ҡоролмаларҙы йәнсетә. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың ғәмәлен видеокамералар теркәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре вандалдарҙың шәхесен асыҡлаған. Водителдәр 3 миллион һумдан ашыу зыян килтергән.

Вандалдар язаға тарттырыла
Вандалдар язаға тарттырыла

Нурлан Ғәниев дәүләт милкенә ҡул һыҙыусылар тураһында фәнни хеҙмәт яҙған. Вандаллыҡ ҡылыусылар көҙ һәм ҡыш йыш күҙәтелә, ти ғалим.

Вандалдар язаға тарттырыла

Белгестәр вандаллыҡ осраҡтарын булдырмау маҡсатында видеокамераларҙы арттырырға һәм һаҡ урынлаштырырға тәҡдим итә. Хоҡуҡ боҙоусыларҙы ҡаты язаға тарттырыуҙы хуплаусылар ҙа бар.

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста