Николай Гастелло исемендәге стадион республика балансына күсерелә

Николай Гастелло исемендәге стадион республика балансына күсерелә https://bash.news/news/109804_nikolaj_gastello_isemendge_stadion_respublika_balansyna_kserel/?lang=bash
14 ноя 2019, 08:40

Әле спорт майҙаны Өфө моторҙар эшләү берекмәһе иҫәбендә. Төбәк ҡаҙнаһына күсеү менән стадионда спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлектәрен яҡшыртыу, күнекмәләр һәм түңәрәктәр һанын арттырыу күҙаллана.

Моторҙар эшләү предприятиеһы ла үҙ яғынан ярҙам күрһәтәсәк. Улар спортсыларҙы ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарға йөрөргә ярҙам итмәксе. Был хаҡты Хөкүмәт Премьер-министрынының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровтың эш сәфәре барышында һөйләшеп килешелде.

Футбол яланы, йүгереү юлдары, гимастика, бокс, көрәш, атыу һәм башҡа спорт төрҙәре. Гастелло стадионы 1939 йылдан бирле эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул илгә бик күп спортсылар, чемпиондар тәрбиәләгән. Бында предприятие эшселәре генә түгел, тотош район халҡы шөғөлләнә. Әммә спорт комплексының потенциалы күпкә ҙурыраҡ. Ләкин моторҙар эшләү берекмәһе генә үҙ көсө менән был йөкләмәне күтәрә алмай. Стадионды республика иҫәбенә күсереү ҡарала.

Моторҙар эшләү предприятиеһ етәкселеге лә спорттан ситләшмәйәсәк. Ярыштарға йөрөтөү, тренерҙар менән тәьмин итеүҙә үҙ өлөшөн индерергә вәғәҙәләй. Ғөмүмән, Инорста спортты үҫтереүгә етди иғтибар биреләсәк. Йыл аҙағына тиклем биҫтәлә тағы бер спорт объекты барлыҡҡа киләсәк.

Дүрт һыҙатлы 25 метрлыҡ йөҙөү комплексы күптән файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Әммә төҙөлөшкә киткән сығымдарҙың ҡайтанан ҡаралыуы сәбәпле эштәр бер аҙ тотҡарланды. Андрей Назаров спорт объектын йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ҡушты.

Әммә Инорс биҫтәһендә спорттан да киҫкен хәл ителмәгән мәсьәләләр бар. Бында балалар баҡсаһына ҡытлыҡ айырыуса һиҙелә. Урындар ете меңдән ашыу булһа, дәғүә итеүселәр 12 меңә яҡын. Мәктәпкәсә белем биреү учрежден:иелары тейешенән күпкә артығыраҡ балаларҙы ҡабул итергә мәжбүр.

Мәктәптәр менән дә шундай уҡ хәл. Белем усаҡтары саманан тыш тулған. Калинин районы балаларының 35 проценты икенсе сменала уҡырға мәжбүр. 157-се мәктәп кенә 8 йөҙ урынына мең ярым баланы ҡабул итә.

Мәғариф һәм социаль учреждениеларҙы әленән үк хәстәрләмәгәндә киләсәктә уларға ҡытлыҡ тағы ла киҫкенләшеүе ихтимал. Райондың ғына түгел, тотош ҡаланың күҙ текләп торған предприятиеһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештереү майҙандары арттырыла. Авиация двигателдәрендә ҡулланыу өсөн яңы деталдәр етештерлә башланы. Был үҙ сиратында яңы хеҙмәт урындары. Йәғни Инорста йәшәүселәр артасаҡ ҡына тип төҫмөрләргә мөмкин

Автор: А.Кәбиров.

Николай Гастелло исемендәге стадион республика балансына күсерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»