Мөлкәттә фатир бар, әммә унда йәшәү мөмкин түгел

Мөлкәттә фатир бар, әммә унда йәшәү мөмкин түгел https://bash.news/news/109808_mlktt_fatir_bar_mm_unda_jsh_mmkin_tgel

Туймазы ҡалаһында ата-әсә ҡарауынан ҡалған Диана һәм Артур Талиповтар ғәҙеллек эҙләп беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Бынан дүрт йыл элек өләсәләренең фатиры хосусилаштырылғанда, уларға ла квадрат метрҙарҙан өлөш төшкән.

Әммә документ теркәлгәндән һуң ҡабул итеүсе ғаиләгә эләккән балалар был торлаҡта бөтөнләй йәшәмәй. Унда тик ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән атайҙары ғына тора, ир бер нисә тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан. Фатир йәшәүгә яраҡһыҙға әйләнгән, әммә район хакимиәте был фактты иҫәпкә алмай. Һөҙөмтәлә апалы-ҡустылы Диана һәм Артур дәүләттән фатир алыр өсөн бөгөн судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр.

Диана менән Артур Талиповтар был фатирҙың законлы хужалары. Барлыҡ документтар ҙа ҡулдарында. Тик был торлаҡта йәшәү генә мөмкин түгел. Аталарының да өлөшө бар, ә ул 8 йыл элек балаларын тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Фатирҙы ла ир юҡҡа сығарған тиергә мөмкин, ҡайҙа ҡарама шприцтар, буш шешәләр. Билдәле булыуынса, ул йәш сағынан алып наркотиктар менән мауығып, рәшәткә артында бер нисә тапҡыр ултырып сыға. Бер ни тиклем ваҡыт балаларҙы өләсәләре ҡарпй, берҙән-бер яҡын кешеләре мәрхүм булғас, уларҙы икенсе ғаиләгә тәрбиәгә алалар.

Диана Талипова: “2015 йылда атай төрмәнән сыҡҡас та, был фатирға приватизация яһаған. Беҙгә ҡустым менән өлөш бүлгән. Беҙ бәлиғ булмаған инек, беҙҙән бер кем рөхсәт алманы”.

Ул ваҡытта балаларҙы ҡабул итеүсе ғаилә – опекундар ҙа был процесҡа ҡаршы килә алмай. Сөнки балаларҙың өләсәләренән ҡалған торлаҡ ордерында Диана менән Артур теркәлгән була. Хосусилаштырыу талаптары буйынса, улар ҙа фатирға дәғүә итә. Тик өлөшкә инеү ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған егет-ҡыҙға дәүләттән торлаҡ алыу мөмкинлегенән сикләй. Сөнки Туймазы районы хакимиәте апалы-ҡустылы Талиповтарҙың мөлкәте тип һаналған фатирҙы йәшәүгә яраҡлы тип бара. Ә бит Артурға 17 йәш кенә, үҫмер Октябрьский ҡалаһында колледжды тамамлағас, ҡайҙа барырға белмәй.

Артур Талипов: “Ун һигеҙ йәш тулһа, миңә ятаҡ булмай, йәшәр урын юҡ. Был фатирҙа йәшәп булмай. Сөнки унда шарттар юҡ”.

Диана менән Артур киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы, блогер Рөстәм Нәбиевҡа мөрәжәғәт итә. Ул үҙ сиратында һорауҙы йәмәғәтселеккә сығара. Ғәҙеллек эҙләп опека органдарына ишек шаҡый.

Интернет киңлектәренә һалынған был видеояҙма күптәрҙе аптырауҙа ҡалдыра. Хәйер, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙамға юристар ҙа ашыға. Суд аша ғәҙеллеккә ирешергә мөмкин тигән ҡарашта улар.

Эльмира Хәсәнова, юрист: “Әгәр ҙә бер торлаҡ майҙанында балаларҙы тәрбиәләү хоҡуғы булмаған ата-әсә йәшәһә, етем бала фатир менән тәьмин ителергә тейеш. Был федераль законда ҡаралған. Район хакимиәте был дәлилде иҫәпкә алмай. Етмәһә, Талиповтар милегендә һаналған фатир санитар талаптарға бөтөнләй яуап бирмәй”.

Дәүләттән торлаҡ алыу өсөн мөлкәттә булған фатирҙың йәшәүгә яраҡһыҙ булыуын иҫбатлау мотлаҡ, йәғни судта торлаҡты мәжбүри алмаштырыу буйынса дәғүә хупланмаҫҡа тейеш. Әлегә район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге Артурҙың мәнфәғәтен яҡлап, суд процесында өсөнсө яҡ булараҡ сығыш яһай.

Гөлназ Килдейәрова, Туймазы районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе: “Бөгөн суд процесы бара, ҡарар ҡулға алынмаған. Ыңғай ҡарар ҡулда булғас та, баланың законлы вәкиле яуаплы органдарға мөрәжәғәт итеп, баланы сиратҡа ҡуйыуға иҫәпкә ҡуйҙырта ала”.

Опека органдары дәүләттән торлаҡ менән тәьмин ителеүселәр исемлегенә Артур инәсәк тип билдәләй. Шулай уҡ Диана ла егерме йәше тулып, кейәүҙә булыуына ҡарамаҫтан судҡа үҙаллы мөрәжәғәт итә ала. Хәйер, ҡыҙға дәғүә белдереүҙә юристар ярҙам итәсәк. Ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәр ошоға оҡшаш эштәрҙең Юғары суд практикаһында ғәҙәттә еңеү менән тамамланыуын да белдерҙе.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Мөлкәттә фатир бар, әммә унда йәшәү мөмкин түгел

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста