Бөгөн республиканың бер төркөм гүзәл заттарына «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Бөгөн республиканың бер төркөм гүзәл заттарына «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды https://bash.news/news/109889_bgn_respublikany_ber_trkm_gzl_zattaryna_slek_dany_mialy_tapshyryldy/?lang=bash
14 ноя 2019, 22:23

Республика киләсәге кешелек потенциалында. Заман иҡтисады тап кеше хеҙмәтенә ҡоролған. Был йәһәттән Башҡортостан киләсәге өмөтлө, тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров күп балалы әсәләрҙе тәбрикләп.

Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы бүләкләү йолаһы 1998 йылда булдырыла. «Әсәлек даны» миҙалына сәләмәт тормош алып барған, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүҙә өлгө булып торған гүзәл заттар тәҡдим ителә.

Әле Башҡортостанда ете мең 7 йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләнгән. Андрей Назаров хәҙерге заманда бала тәрбиәләүҙең ни тиклем яуаплы хеҙмәт булыуын һәм бындай шарттарҙа ла күп балалы әсә булыу батырлыҡ, тип билдәләне.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ-ара әсәләр көнө алдынан тәбрикләүҙәре лә оло мәғәнәгә эйә. Сөнки бөгөн гүзәл заттарҙың йәмғиәттәге роле күпкә юғары. Күп балалыҡ халыҡ артыуы ғына түгел, ул дәүләттең тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора.

Бөгөн республикала «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр тағы 47- гә артты. Хәйбулла районынан килгән Альбина Ҡудашева һәм Нәсилә Игебаева мәҫәлән бер үк ауылда йәшәй һәм бер балалар баҡсаһында эшләй. Беҙҙең ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы бергә ҡушһаң да үҙе үк бер балалар баҡсаһы, ти ҡатын-ҡыҙҙар.

Автор: Айнур Кәбиров.

Бөгөн республиканың бер төркөм гүзәл заттарына «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста