Өфөлә ике йөҙгә яҡын өлөшсө Глумилин урамындағы күп ҡатлы йорттоң файҙаланыуға тапшырылыуын көтә

Өфөлә ике йөҙгә яҡын өлөшсө Глумилин урамындағы күп ҡатлы йорттоң файҙаланыуға тапшырылыуын көтә https://bash.news/news/109893_fl_ike_jg_yayn_lshs_glumilin_uramynday_kp_atly_jortto_fajalanyua_tapshyrylyuyn_kt/?lang=bash

Оҙайлы төҙөлөш. Бина һуңғы ҡатҡа тиклем күтәртелгән, тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре тамамланған, коммуналь селтәрҙәр ҙә үткәрелгән. Әммә өлөшсөләргә һаман фатир асҡыстары тапшырылмаған. Торлаҡты сафҡа индереүҙә ниндәй ҡаршылыҡтар бар? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина асыҡларға тырышты.

Өфөнөң Глумилин урамында урынлашҡан был күп ҡатлы йортҡа тышҡы яҡтан адрес беркетелгән дә бит, әммә ул файҙаланыуға тапшырылмаған. Торлаҡ төҙөлөшнөдә ҡатнашыусы 186 кеше туйлай алмай интегә. Оҙайлы төҙөлөшкә әйләнгән бина тупһаһын тапап улар тамам арыған. Светлана Кальметьева ла 2013 йылда берҙән-бер фатирын һатып, ошонда аҡса һалған. Әммә торлаҡ туйлау теләге әлегәсә хыял булып ҡалған.

Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай. Йортҡа әлегә йылылыҡ бирелмәгән. Шуға өлөшсөләр сираттағы ҡыш миҙгелен дә ситтә ҡаршыларбыҙ тип борсола. Был аңлашлыа, сөнки торлаҡты сафҡа индереү ваҡыты һәр ваҡыт кисектерелә.

Подрядсы ойошма вәкиле билдәләүенсә, күп ҡатлы йортҡа инженер селтәрҙәр тулыһынса үткәрелгән. Уты ла, һыуы ла бар. Лифттар эшләй. Бина тиҙҙән идарасы компания ҡарамағына күсергә тейеш. ц

Андрей Клыков, подрядсы ойошма вәкиле: “Күҙәтеүсе органдар йортто ҡараны, комиссия тапҡан етешһеҙлектәрҙе тулыһынса бөтөрҙөк. Иҫкәрмәләр башлыса торлаҡ булмаған биналарға ҡағылды, улар фатирҙарға бәйле түгел ине”.

Йорт өсөн Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө фонды яуаплы. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, торлаҡ төҙөлөшөндә тотҡарлыҡтар подрядсы ойошмаларҙың эшкә яуапһыҙ ҡарауына бәйле. Улар дүрт тапҡыр алмашына. Был өҫтәмә ваҡыт талап итә. Бөгөн фонд вәкилдәре өлөшсөләр менән осрашып, иртәгә йортҡа йылы биреләсәген хәбәр итте. Ә киләһе аҙнала фатирҙарҙыалдан ҡарап, хужалары етешһеҙлектәрҙе билдәләй ала.

Рәмил Шиһапов, Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө фонды генераль директоры: “Торлаҡ төҙөлөшө күҙәтеүе буйынса махсус комиссия йортта бөтөрөлгән етешһеҙлектәрҙе киләһе аҙнала тағы ҡараясаҡ, төҙөлгән объектҡа яраҡлылыҡ һығымтаһы алырға тейешбеҙ. Дәғүәләр булмаһа, декабрҙә фатирға күсенә башлау мөмкин буласаҡ”.

Торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар Яңы йылды үҙ фатирында ҡаршыларға теләй. Ай ярым эсендә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙа барлыҡ проблемалар ҙа хәл ителер тип көтәлә. Ни тиһәң дә, яҡында торған өс йорт ике-өс йыл элек үк сафҡа ингән. Ҡыҙыл төҫтәгеһе генә һаманғаса хужаларын ҡабул итә алмай.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә ике йөҙгә яҡын өлөшсө Глумилин урамындағы күп ҡатлы йорттоң файҙаланыуға тапшырылыуын көтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста