Башҡортостанда бөгөн ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән юл һалыу һәм ремонтлау эштәре тамамланды

Башҡортостанда бөгөн ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән юл һалыу һәм ремонтлау эштәре тамамланды https://bash.news/news/109978_bashortostanda_bgn_ajnar_asfaltbeton_atnashmay_menn_yul_alyu_m_remontlau_eshtre_tamamlandy/?lang=bash
15 ноя 2019, 21:43

Быйыл республикала 12 00 саҡырым юл ремонтланған, уның 380 саҡрымы «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» проекты ярҙамында төҙөкләндерелгән. Юл һыҙаттарын термопласт билдә менән эшләү ыңғай һөҙөмтә бирә. Юлдағы авриялар 19 процентҡа кәмегән. Алдағы йылдың майына тиклем юлдағы видеокүҙәтеү камералары 1 меңгә тиклем еткереләсәк. Юлдарҙы ремонтлау планы 99 процентҡа үтәлгән.

Шул уҡ ваҡытта эште намыҫһыҙ башҡарыу осраҡтары ла бар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ремонтланған объекттарҙың дүртеһе буйынса шелтә яһалған. Насар ремонтты подрядсы ойошмалар киренән үҙ иҫәбенә башҡарасаҡ.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Юл-транспорт өлкәһе ҡуйылған бурысты үтәй алды тип әйтергә мөмкин. 30 ноябргә тиклем юл кәртәләрен, билдәләр ҡуйыу, һыҙаттар һалыу һәм юл яны территорияларын тәртипкә килтереү дауам итә”.

Киләһе йыл «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» проектына федераль ҡаҙнанан 6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Сығым ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Баш ҡалаға көньяҡтан инеү һәм Воровский урамы киҫелешендә Ағиҙел күперен төҙөү. Шулай уҡ Пугачев урамын төҙөкләндереү тамамлана. Интернациональ урамы киҫелешендә күпер төҙөлә башлаясаҡ. Был М5 һәм М7 трассаларынан ағылыусы транспорт хәрәкәтен көйләр тип күҙаллана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостанда бөгөн ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән юл һалыу һәм ремонтлау эштәре тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста