Илештәр «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды

Илештәр «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды https://bash.news/news/109982_ileshtr_ajy_auyl_konkursyna_ushyldy/?lang=bash
15 ноя 2019, 22:00

Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙың береһе Йәйләү ауылында үтте. Зилә Калининаларҙың йортона ҡаҙ өмәһенә йыйылған ауылдаштар моңло йырҙар йырлап, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе иҫкә алды.

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған өмәлә Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Күркәм байрамда ҡатнашыусылар шишмә буйында миләш ағастары ла ултыртты.

Автор: Флорида Ким.

Илештәр «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста