Башҡортостандың Милли музейында декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың Милли музейында декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәһе асылды https://bash.news/news/109984_bashortostandy_milli_muzejynda_dekorativullanma_snt_bujynsa_izhadi_eshtr_krgme_asyldy/?lang=bash
15 ноя 2019, 22:02

Йөрәк йылыһын бүләк итеүселәр. Экспозицияларҙы республиканың төрлө район-ҡалаларынан 47 автор байытҡан. Физик мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, улар тормоштоң йәмен күрә белә, ҡул эштәрендә донъя матурлығын сағылдырған.

Күргәҙмәлә алмаз мозаикаһы, атлас таҫмалар, күндән яһалған картиналар менән танышырға була. Сигеү, бәйләүҙе үҙ итеүселәр ҙә халыҡты хайран ҡалдырырлыҡ экспонаттар алып килгән. Сара «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Лилиә Байышева, күргәҙмәлә ҡатнашыусы: “Һәр эшкә күңелемде һалам, яратам был эште. Темалар төрлө була. Сәскәләр, тәбиғәтте төшөрәм. Эштәремә һоҡланып ҡаранылар, шуға бик шатландым”.

Экспозицияға ҡуйылған ижади эштәр авторҙары араһында һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессиональ рәссамдар ҙа бар. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сарала ҡатнашыу буйынса йәш арауығында ла сикләүҙәр булмай. Әйткәндәй, күргәҙмәне асыу тантанаһында кейеҙ баҫыу, ағасты семәрләп биҙәү, селтәр бәйләү (кружевоплетение) буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Илгиз Хәйруллин, Башҡортостандың милли музейы генераль директоры урынбаҫары: “Юғары кимәлдә эшләнгән эштәр хайран ҡалдыра. Һәр бер эштән йылылыҡ килә. Күргәҙмәне ойоштороу ҡыйын булманы. Беҙгә район хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары ярҙам итте. Күргәҙмә декабрь аҙағына тиклем эшләйәсәк”».

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостандың Милли музейында декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәһе асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста