Баҡалы районында интеллектуаль мәктәп ишектәре асылды

Баҡалы районында интеллектуаль мәктәп ишектәре асылды https://bash.news/news/109985_baaly_rajonynda_intellektual_mktp_ishektre_asyldy/?lang=bash
15 ноя 2019, 22:03

Балаларға – сифатлы белем. Яңы форматта ойошторолған өҫтәмә дәрестәрҙә малай-ҡыҙҙар буласаҡ һөнәрҙе үҙләштерергә ярҙам иткән фәндәр менән таныша ала. Мәктәп асыу тантанаһында Өфөнән саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған белгестәр уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Рәил Әсәҙуллин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: “Был мәктәптә балаларҙы бик көслө уҡытыусылар уҡытасаҡ. Әммә киләсәктә юғары һөҙөмтәләргә ирешер өсөн ҡыҙҙар-малайҙар үҙҙәре көс һалырға тейеш. Бында заман талаптарына ярашлы дәрестәр үткәрер өсөн бөтә шарттар булдырылған”.

Шәүрә Ғилманова, «Башҡортостан» ДУП ТРК-һының телерадио сәнғәт мәктәп-студияһы директоры: “Район-ҡалаларҙа интеллектуаль мәктәптәр асылыуы - заман талабы. Бигерәк тә техник йүнәлештәге белемде камиллаштырыу мөһим, сөнки бөтә ойошмаларҙа ла алдынғы ҡарашлы, һанлы форматта тотҡарлыҡһыҙ эшләй алған белгестәр талап ителә”.

Автор: Флорида Ким.

Баҡалы районында интеллектуаль мәктәп ишектәре асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста