Мәскәүҙә яңы күргәҙмә: «Рудольф Нуриевтың гримм бүлмәһе»

Мәскәүҙә яңы күргәҙмә: «Рудольф Нуриевтың гримм бүлмәһе» https://bash.news/news/109987_msk_yay_krgm_rudolf_nurievty_grimm_blme/?lang=bash
15 ноя 2019, 22:05

Мәскәүҙә «Геликон опера» музыкаль театрында «Рудольф Нуриевтың гримм бүлмәһе» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозицияла билдәле яҡташыбыҙҙың шәхси әйберҙәре – юл сумкаһы, көнсығыш стилдәге палантин, сәхнә аяҡ кейеме, артист ҡатнашлығында үткән сараларҙың тарихи афишалары һәм башҡа әйберҙәр урын алған.

Дөйөм алғанда тамашасылар иғтибарына 21 артефакт тәҡдим ителә. Рудольф Нуриевтың тормошон һәм ижадын сағылдырған тулы коллекция Өфөлә – башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейында урынлашҡан.

Сергей Шакуров, Рәсәйҙең халыҡ артисы: “Артист өсөн гримм бүлмәһе биҙәнеү урыны ғына түгел, ул икенсе йорт тип әйтергә була. Ижад кешеләре гримм бүлмәһендә ашай ҙа, ял дә итә. Балет артистары өсөн гримерка ул изге урын”.

Күргәҙмәлә Рудольф Нуриевтың әйберҙәрен ҡарауҙан тыш балет оҫтаһының тауышын да ишетергә мөмкин. Инглиз телендә төшөрөлгән фильмдар фрагментын файҙаланып күргәҙмә өсөн махсус видеояҙма әҙерләнгән. Тамашасылар менән балетмейстер тормош фәлсәфәһе, иҫтәлектәре, ижади ҡараштары менән уртаҡлаша төҫлө. «Рудольф Нуриев гримм бүлмәһе» күргәҙмәһе 1 декабргә тиклем эшләй.

Рудольф Нуриев гримм бүлмәһендәге әйберҙәрен күреү бөгөн дә тулҡынландырғыс. Күргәҙмә юғары кимәлдә ойошторолған. Йәштәр һәм ижад кешеләре экспозицияны ҡарап тәжрибә туплай ала.

Автор: Флорида Ким.

Мәскәүҙә яңы күргәҙмә: «Рудольф Нуриевтың гримм бүлмәһе»

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста