Тәтешле районында янғында зыян күргән ҡыҙ бала дауаханан сыҡҡан

Тәтешле районында янғында зыян күргән ҡыҙ бала дауаханан сыҡҡан https://bash.news/news/109989_tteshle_rajonynda_yanynda_zyyan_krgn_y_bala_dauaxanan_syan/?lang=bash
15 ноя 2019, 22:27

5 ноябрҙә Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында сыҡҡан янғында әсәһе менән ике туғанын юғалтҡан биш йәшлек ҡыҙ Өфөнөң тән бешеүен дауалау үҙәгенән сығарылған.

Тәтешле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ул райондың балалар ауыл реабилитация үҙәгенә урынлаштырылған. Бында бала атаһы дауахананан сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ. Шулай уҡ ҡыҙҙың атаһының ике туған апаһының баланы опекаға алырға әҙер булыуы ла билдәле.

Атаһы риза булған осраҡта ҡыҙҙы ваҡытлыса опекаға биреүҙәре лә ихтимал. Әлеге ваҡытта бала үҙен яҡшы тоя, уның менән психологтар, табиптар һәм медперсонал эшләй. Баланың атаһы реанимациянан дөйөм палатаға күсерелгән, хәле яҡшыра. Бынан тыш, ғаилә өсөн йорт төҙөү ҙә дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғында зыян күргән ғаиләгә бәйле хәлде шәхси контролгә алды.

Тәтешле районында янғында зыян күргән ҡыҙ бала дауаханан сыҡҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста