Өфөлә Ишембайҙар йыйылды

Өфөлә Ишембайҙар йыйылды https://bash.news/news/110039_fl_ishembajar_jyjyldy/?lang=bash
16 ноя 2019, 23:19

Ишембай районынан сыҡҡан шәхестәр, Өфөлә уҡып йөрөүсе студенттар «Торатау» Конгресс-холында йыйылды. Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановҡа йәштәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе.

Уҡып йөрөгән студенттарҙы эшкә ҡайта алыу, бының өсөн районда шарттар булыуы кеүек мәсьәләләр борсой. Шулай уҡ производство заводтарының эшмәкәрлеге, районды үҫтереү юлдары ҡаралды. «Торатау» геопаркы, махсус иҡтисади зона һәм башҡа Ишембайҙа өҫтөнлөклө проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн инновацион алымдар менән эшләй алған кадрҙар кәрәк.

Ҡала һәм районда табиптар һәм уҡытыусыларға ҡытлыҡ күҙәтелә. Эшкә килеүсе медицина белгестәренә муниципалитет яғынан йәшәү урыны менән ярҙам бар, әле дүрт фатир әҙерләнә. Ишембайҙарҙың студенттар менән осрашыуы быға тиклем Өфөлә 12 йыл элек үтһә, артабан уны йыл һайын ойошторорға килешелде.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә Ишембайҙар йыйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста