Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер 36 сәғәт эшләйәсәк

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер 36 сәғәт эшләйәсәк https://bash.news/news/110051_auyl_atyn_yary_xer_36_st_eshljsk/?lang=bash
17 ноя 2019, 15:28

36 сәғәт. Ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы закон менән нығытылды. Шулай итеп профсоюздар менән эш биреүселәр араһындағы тартҡылашыуға нөктә ҡуйылды. Еңеү ҡатын-ҡыҙҙар яғында. Хәйер, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының эшен кәметтек тип әйтеү төптө дөрөҫ түгел.

Ни бары түләүле эште генә ҡыҫҡартыу был. Әйткәндәй, хеҙмәт хаҡы кәметелергә тейеш түгел. Ни бары иртәрәк ҡайтасаҡтар һәм тағы ла шул эшкә сумасаҡ гүзәл заттарыбыҙ. Миңә ҡалһа был закон әхлаки йәһәттән әһәмиәтле.

Ирҙәр менән бер рәттән хеҙмәт итеп, донъя йөгөн тигеҙ тартып өйрәнгән ҡатын-ҡыҙҙар ташлама биреүҙәрен тойоп үҙҙәрен гүзәл зат булыуын тойор. Ә был тойғо әлеге ваҡытта үтә лә мөһим һәм ул ҡатын-ҡыҙҙарға етмәй. Әгәр шулай дауам итһә, эҙемтәләр ҡыҙғаныс. Фекерләй белгән һәр кем аңлайҙыр тел төбөн. Ә инде закондың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин һөйләр.

Дәрестәр башланғансы синыфтар таҙа, туҙан һөртөлгән булырға тейеш. Иглин районы Аҡбирҙе урта мәктәбе йыйыштырыусыһы Фидалиә Ғизетдинованың эш көнө балалар белем усағына килгәнсе үк башлана. Дәрестәр бөткәс йәнә мәктәпте йыйыштырырға кәрәк.

Фидалиә ханымдың эш көнө өйөндә лә дауам итә. Барлыҡ ауыл ҡатындары кеүек үк уны ихатаһында мал, ә өйөндә хәләл ефете менән балалары көтә.

Эш урынынан айырмалы үҙ өйөндә ул универсаль һалдат кеүек. Бала тәрбиәләүсе лә, мал ҡараусы ла, ашнаҡсы ла ҡайһы бер осраҡта хатта иренә хеҙмәтсе лә. Үҙенә иғтибар бүлергә бөтөнләй ваҡыт ҡалмай.

Төпкөлдә, ҡалалағы уңайлыҡтарҙан тыш көн күргән гүзәл заттарҙың хәлен аңлап Дәүләт Думаһы уларҙың 36 сәғәтлек эш аҙнаһына хоҡуғын закон менән нығытты. Документ тиҙ арала Федерация Советында хупланды, ил Президенты ла ҡанунға оҙаҡ көттөрмәй ҡул ҡуйҙы. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина фекеренсә, закон ауылға иғтибар күрһәткесе .

36 сәғәтлек эш аҙнаһы Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ят төшөнсә түгел. Быға тиклем Советтар Союзында, артабан Рәсәйҙә әлеге нормалар ҡулланылып килде. Әммә ул хеҙмәт кодексында айырым күрһәтелмәгәйне.Хоҡуҡи аңлашылмаусанлыҡтан сығып, эш биреүселәрҙең башланғысы менән илдең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына 40 сәғәтлек эш аҙнаһын индереү тураһында закон проекты әҙерләгәйне. Әммә уны йәмәғәтселек хупламаны. Тәҡдимгә профсоюздар ҡаршы сыҡты һәм Мәскәүҙә үткән бөтә Рәсәй пленумында Президентҡа мөрәжәғәт ҡабул итте.

Закон менән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы гарантиялана. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хаҡы тулы аҙналағыса түләнергә тейеш. Иҡтисадсы Диас Ишназаров фекеренсә, хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр эш урынында етештереүсәлеккә кире йоғонто яһамаһын өсөн хеҙмәткәрҙәр күберәк тир түгергә мәжбүр буласаҡ.

Ҡайһы бер белгестәр иһә хеҙмәт кодексына индерелгән төҙәтмәләр гендер көнәркәшлеген киҫкенләштерәсәк, - тигән фекерҙә. Йәғни эш биреүсе аҫтыртын рәүештә 40 сәғәтлек эш аҙнаһына риза булған ирҙәргә өҫтөнлөк бирә башлауы бар. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә көслө зат вәкилдәре бөтөнләй тотонмаған һөнәрҙәр ҙә бар. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар эшһеҙ ҡалмаҫ, әммә хеҙмәт хаҡы юғары булған урындарға йышыраҡ көслө заттар алына башлауы ҡурҡынысы бар тигән, - фекерҙә социолог Лиә Иҙрисова.

Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр әлегә тиклем ҡулланылған статус-квоны нығытыу ғына ти, - «Башҡортостан» гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина. Раҫланған үҙгәрештәр хеҙмәт баҙарындағы хәлгә әллә ни йоғонто яһамаясаҡ. Яңы закон йәнә бер башланғысҡа этәргес биреүе бар. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бер рәттән ҡала ханымдары ла ҡыҫҡартылған эш аҙнаһына хоҡуҡ талап итә башлауы ихтимал. Был фекерҙе лә гүзәл зат вәкилдәре нигеҙле тип иҫәпләй.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы төҙәтмәләрҙең теүәл үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында тармаҡ предприятиеларының кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар ойошторҙо. Эш аҙнаһын ҡыҫҡартыу белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирер тигән ышаныста улар. Ауыл хужалығына ҡалаға йүнәлгән йәш көстәрҙе йәлеп итеү көнүҙәклеген әле юғалтамаған.

Фидалиә Ғизетдинова кеүек ябай йыйыштырыусы һәм ауыл ерендә эшләгән миллионлаған ҡатын-ҡыҙ өсөн законға үҙгәрештәр үҙенә һәм ғаиләһенә күберәк ваҡыт һәм иғтибар бүлеү мөмкинлеге бирә.Был иһә демография күрһәткестәрендә лә сағылыр, йәғни тыуым артыр тигән өмөт бар. Эш аҙнаһын ҡыҫҡартыуҙан тыш, ауыл ерендәге социаль инфраструктураны камиллаштырыу һәм яңы эш урындарын асыу иһә был ышанысты мотлаҡ тормошҡа ашырырға форсат бирер тигән фекерҙә белгестәр.

Закон ҡаты әммә ул закон тип әйтеп ҡалдырған аҡыл эйәләренең береһе. Рәсәй Хеҙмәт кодексына индерелгән төҙәтмәләрҙең теүәл үтәлеше лә хәҙер был йүнәлештә күҙәтеү алып барған ведомство-дәүләт хәҙмәт инспекцияһы ҡарамағына тапшырыла. Йәғни эш биреүсе аҡҡа ҡара менән яҙылған талаптарға күҙ йома икән һис икеләнмәйенсә дәғүә белдерергә мөмкин. Инспекция бөгөндән етешһеҙлектәрҙе тикшерергә әҙер.

Сөнки закон Президент ҡул ҡуйған көндән алып үҙ көсөнә инде.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер 36 сәғәт эшләйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет