Өфөлә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турниры тамамланды

Өфөлә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турниры тамамланды https://bash.news/news/110126_fl_artur_xmtxanov_itlegen_bt_rsj_turniry_tamamlandy
18 ноя 2019, 22:57

Тәүге тапҡыр ойошторолған бәйгелә Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 250-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Дөйөм команда беренселегендә Башҡортостан вәкилдәре оло уңыш ҡаҙанды. Улар 12 тапҡыр пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Батырҙар алышынан БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Башҡортостан башлығы менән осрашыуға милли көрәштә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән яҡташтарыбыҙ саҡырылды. Әңгәмә барышында улар республикала спорттың был төрөн үҫтереүгә етди иғтибар бүленеүен, айырыуса һуңғы йылда эшмәкәрлектең әүҙемләшеүен белдерҙе. Был йәһәттән Радий Хәбиров башланғысы менән ҡабул ителгән программаның әһәмиәте ҙур, ти белгестәр. Сөнки ул ауыл ерендә эшләүсе тренерҙарға яңы мөмкинлектәр аса.

Билдәле булыуынса, бөгөн республика ауылдарында 130 тренер етешмәй. Шуға ла киләһе йылдан ауыл еренә эшкә ҡайтыусыларға дәүләт тарафынан финанс ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуҙа шулай уҡ милли көрәштең абруйын күтәреү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Был йәһәттән телевидение оло көскә эйә, ти Ғафури районы батыры Рәис Юлбарисов.

Осрашыуҙа ҡатнашыусы спортсылар Башҡортостан данын Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған ярышта яҡланы. Бөтә Рәсәй турниры быйыл Өфөлә беренсе тапҡыр ойошторолдо. «Артур Фәрүәз улы милли көрәште үҫтереү өсөн бик күп эштәр башҡарҙы һәм спорттың был төрө тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнһен өсөн ҙур көс һалды. Был турнир тағы ла меңдәрсә малайҙы көрәш келәменә баҫтырыр, уларҙың да ысын батыр булырҙарына ышанам», тине Башҡортостан башлығы.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан вәкилдәре 12 алтын, 15 көмөш, 26 бронза миҙал яуланы. Дөйөм команда беренселегендә лә яҡташтарыбыҙ һынатманы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған турнир артабан традицион бәйгеләрҙең береһенә әйләнәсәк. Ә инде халыҡ-ара дәрәжәгә эйә булыу өсөн сит илдәрҙән дә күберәк спортсылар саҡырыу ҡаралған.

Автор: И.Байбулатов.

Өфөлә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турниры тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста